Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 67.

һайын кирегә китте. Ул үҙен бөтә халыҡҡа башҡа бер кеше, ауырыу кеше, ысынлап та енләнә башлаған кеше кеүек иттереп, йөрөш-торо- шон, күҙ ҡарашын башҡаландырғандан-башҡаландырҙы.

Хәҙер Ғәлимә апай сит кешеләргә түгел, беҙҙең үҙебеҙгә лә ваҡытса ғына ауырыған, ваҡытса ғына һаташа торған кеше түгел, бәлки инде ысынлап та «енләнгән» йәки «енләнә» башлаған һымаҡ, ҡурҡыныс­ лыраҡ күренә башланы. Уның ҡыланыштарында, һүҙҙәрендә ҙур үҙгәреш булған кеүек, үҙендә лә үҙгәреш һиҙелә башланы: күҙҙәре ҙурыраҡ булып киттеләр, күҙҙәренең ҡараштарында ла башҡасалыҡ күренә башланы. Яңағы оҙонайып, биттәре эскә бата төштө. Йөҙө боронғо кеүек аллы-гөллө булып тороуын юғалтып, әллә ниндәй һар- ғылтыраҡ бер төҫкә әйләнде. Хәҙер ул ситтән ҡарауға, атаһы, әсәһе, туғандары булған өҫтөнән дә етемдер, яңғыҙҙыр, уның бер ҙә күңел аса торған кешеһе юҡтыр кеүек күренә ине. Беҙ уны бөтәбеҙ ҙә һуң дәрәжәлә ҡыҙғанһаҡ та, уның, был эштәребеҙгә иҫе китмәй, ул хәҙер беҙҙән дә үҙен сит күргән кеүек тора торған булып китте.

Уның рухи ауырыуы шулай арткандан-артыуға ҡарамаҫтан, Фәхри бабайҙар ҙа, минең атайым менән әсәйем дә уның терелеүенән, тағы ла боронғо кеүек матур Ғәлимә апай булып китеүенән өмөт өҙмәйҙәр, һәр ваҡыт уның өсөн дарыу-дарман эҙләйҙәр, ҡайҙалыр уның был ауырыуын шунда уҡ алып ташлай торған бер көстөң йәки бер дарыу­ ҙың барлығына ышаналар ине лә, һәр ваҡыт осраған бер кешенән кәңәш һорайҙар, шул уҡ кешенең кәңәшен ғәмәлдә эшләп ҡарау сараһына керешәләр ине. Шул өмөт менән Ғәлимә апайға әллә нәмә­ ләр эсереп бөтөрҙөләр, бер ни белмәгән әллә кемдәрҙән, әллә ҡайһы ауыл кешеләренән өшкөрттөләр. Ул үҙе лә шулай өҙлөкһөҙ көсләп өшкөрөү, туҡтауһыҙ имләү, һәр ваҡыт әллә нәмәләр эсереп тороуға күнегеп китте, йыуашланды, боронғо кеүек тартышмай, ҡаршы тор­ май башланы. Ләкин уның был ҡаршы тормауы белеүенән, «файҙаһы» бар икәнен аңлауҙан түгел, бәлки хәҙер уның үҙендә мөстәҡил теләктең бөтөүенән, һау кешеләрҙә була торған аң менән эшләнә тор­ ған теләктәрҙең булмауынан икәне күренеп тора ине. Икенсе төрлө әйткәндә, ул һуңғы ваҡыттарҙа балаларса, кеше ҡушыуы буйынса ғына йөрөй торған була башланы. Боронғо янып торған Ғәлимәлеген, белеп эшләй торған көсөн юғалтты...

XVI Закир, теге ваҡытта булған сығып китеүенән һуң, байтаҡ ваҡыттар юҡ булып торҙо. Уның шулай юҡ булып тороуы оҙаҡҡа һуҙылғас, уның тураһында тағы ла төрлө хәбәрҙәр таралды. Ҡайһы берәүҙәр: — Ул инде ауылға кире ҡайтмаҫҡа булып киткән икән. Шул тиклем ҙур гонаһ эшләп, әҙәм мәсхәрәһе булғас, нисек ҡайтһын һуң? Бында 68
Закрыть