XV Көндәр үтәләр. Мин мәҙрәсәгә йөрөүҙе бик һирәкләттем. Барһам да, боронғо кеүек уҡый алмай торған булдым. Минең күңелемдә теге хәлфәләргә ҡаршы бик насар ҡараш тыуҙы. Уларҙы боронғо кеүек «яҡшы кешеләр» тип уйлау юғалды. Мәҙрәсәләр ҙә ен-пәрейҙәр ояһы кеүек булып күренә башланылар. Элек мин мәҙрәсәлә ҡуна ятып уҡый инем, хәҙер унда ҡунмай башланым. Мендәр менән кейеҙемде алып ҡайттым. Атайым да, әсәйем дә минең унда бармауыма ҡаршы артыҡ һүҙ әйтмәнеләр. Шулай итеп, минең тормошомда, бәләкәй генә булһа ла, үҙгәреш яһалды.
Бик күп им-том иттереүҙәргә һәм Ҡөрьән сығарып өшкөртөүҙәргә ҡарамаҫтан, Ғәлимә апайҙың ауырыуы, кәйефһеҙләнеүе бөтмәне. Хатта ул муллалар менән хәлфәләрҙең Ҡөрьән сығып өшкөрөүҙәренән һуң тағы ла кирегә китте. Ул һаташҡан саҡтарҙа, боронғо ваҡытта әйтә торған һүҙҙәренә ҡушып: «Мулла битемә төкөрә, ана, сәлләле кешеләр килә... Аяғымдан тарталар... Ҡулдарымдан тоталар!..» — тигән һүҙҙәрҙе әйтә башланы. Йоҡоһонан ҡурҡып уянып: «Өҫтәмә ҡарап ҡысҡыралар, мине ҡыҫалар... Мулла бабай ҡыуа...» — тип ҡысҡыра торған булды.
Ул «тотолоп», шулай рисуай булғандан һуң, тыныс ҡына тор мошта, төрлө һүҙҙәр ишетмәй, һау кешеләр ҙә ҡурҡырлыҡ им-том иттермәй, өҫтө-өҫтөнә ауыр күренештәр күрмәй генә торған булһа, әллә терелеп, тәбиғи хәленә төшөп киткән булыр ине. Ләкин улай бул маны, уға һәр кем бер төрлө күңелһеҙ хәбәр ишеттерә торҙолар. Ауыл халҡы араһында һөйләнгән «Ғәлимә енләнгән, имеш... Уға пәрей эйәләшкән, имеш...» тигән һүҙҙәрҙе тағы ла ҡурҡынысыраҡ иттереп, уны үҙ алдында һөйләп, уның шикләнеүен арттыра барҙылар. Шул эштәрҙең береһе өҫтөнә икенсеһе өҫтәлә килеп, уның ауырыуы бөтөү урынына, арта барҙы.
Фәхри бабайҙарға килгән күрше-маҙарҙар, Ғәлимә апайҙан тарты нып, уға ҡурҡып ҡарай башланылар. Ул өйҙә яңғыҙ торғанда, инергә шикләнә торған булдылар. Инһәләр ҙә, бүкәйгә йәки бәйләп ҡуйған айыуға ҡараған кеүек ҡарап, шул ҡараштары менән үк Ғәлимә апайҙан ҡурҡҡанлыҡтарын белдереп, уның күңелендә шик тыуҙыра торҙолар. Әбей-Һәбейҙәр килеп, уның күҙенә бәреп әйткән кеүек, уның үҙе алдында әллә ниндәй ҡурҡыныс нәмәләр һөйләп, үткән заманда әллә кем ҡыҙының, шулай бер көндө ҡапыл ғына енләнеп китеүен, урам буйында балалар ҡурҡытып йөрөүен, әллә кемдең ир балаһына пәрейе ҡағылып, шунан күҙҙәре салыш, муйыны ҡыйыш булып ҡалыуын, тағы әллә ниндәй бер баланың хәйерсенән генә ҡурҡып, быума ауы рыуы менән ауырып, бара торғас ҡоҙоҡҡа төшөп үлеүен һөйләп, уның ҡурҡыуын, ҡалтырауын, был эштең аҙағы яманға бөтәсәген иҫенә төшөрөп кенә торҙолар. Ул шуларҙың барыһын да аңлаған кеүек тыңлай торғас, һин хәҙер боҙолғанһың тип, өшкөртә торғас, барған 67