Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 65.

Ҡөрьән сығартып өшкөрткәс, Ғәлимә апайҙың терелеүенә һис бер шик-шөбһәгә инмәгән Фәхри бабайҙың был һүҙе күңелдең иң тәрән һәм иң ауыртҡан еренән сығыуы күренеп тора ине. Шуның өсөн ул был һүҙҙәрҙе артыҡ борсолған ҡиәфәттә, ҡалған аҡтыҡ өмөттөң дә бөткәнлеген күрһәткән рәүештә әйтте. Уның был һүҙенән һуң атайым да уңайһыҙланып киткән кеүек булды. Ләкин был күңелһеҙ эшкә мулла ла, мәзин дә һәм хәлфәләр ҙә һис бер борсолоу, уңайһыҙланыу ғәләмәте күрһәтмәнеләр. Хәҙрәт бик һалҡын ҡан менән: — Фәхри ағай, әле һин уның, терелеүен бөгөн үк өмөт итмә, китап өшкөрөүҙең файҙаһын, өс көндән булмай икән, бер аҙнанан һуң көтөргә ҡуша, ҡырҡ көнгә тиклем сабыр итергә бойора, — тип, Фәхри бабайҙың өмөтөн, Ғәлимә апайҙың терелеүен бик оҙаҡҡа һуҙҙы. Атайым да был эшкә артыҡ уңайһыҙланды булһа кәрәк, ул да хәҙрәткә: — Улай булһа, тиҙ генә терелмәҫме икән ни?.. — тип һорау бирҙе. Улар һәр икәүһе нисек тә Ғәлимә апайҙың терелеүен, боронғо хәленә тиҙерәк ҡайтыуын өмөт иткәнлектән, шул һорауҙарҙы биреүҙәре күренеп тора ине.

Хәҙрәт атайымдың һорауына яуап бирергә лә аптырап ҡалманы: — Хоҙайҙың эшен белеп булмай, сәғәте тура килә икән — фәреш­ тәләр «амин» тип әйтәләр икән — бер көн эсендә терелергә мөмкин. Алланың рәхмәтен белеп булмай. Шуның өсөн Хоҙай тәғәлә үҙенең рәхмәтенән өмөт өҙмәҫкә ҡуша. Тик шайтан ғына минең рәхмәтемдән өмөт өҙөр тип әйтә. Шуның өсөн сабыр итергә, Хоҙай ҡушыуына буйһонорға кәрәк... — тине.

Хәҙрәттең был һүҙҙәренән һуң Фәхри бабай ҙа, атайым да ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмайынса, баштарын түбән эйҙеләр. Әлбиттә, уларҙың шайтандар рәтенә инәһеләре килмәгәндер инде.

Ашҡа фатиха ҡылынды, Фәхри бабай борондан әҙерләп ҡуйған аҡсаларҙы хәйергә өләшеп сыҡты. Тағы ла фатиха ҡылып Ғәлимә апайҙың терелеүен теләп, сабыр итергә ҡушып, таралып киттеләр.

Улар Ҡөрьән сығып өшкөрөүгә, уларға саҙаҡалар биреүгә ҡарамаҫ­ тан, Ғәлимә апай һаман борсола, йүнләп һөйләшмәй ине. Был күңел­ һеҙлекте Фәхри бабай һәм Хәмиҙә әбей менән уртаҡлашып ҡуныр өсөн, әсәйем был көндә уларҙа ҡуна ҡалды. Беҙ, атайым менән икәү­ ләп, үҙебеҙҙең өйгә ҡайтып яттыҡ.

Мин урынға ятҡас та, бик оҙаҡ йоҡлай алмай яттым. Ғәлимә апай­ ҙың ауырыуы, тегеләрҙең уны ҡурҡыныс рәүештә шаулап өшкөрөүҙәре, хәлфәләрҙең ишек алдында уның тураһында шундай йәмһеҙ һүҙҙәр һөйләүҙәре, мулла-мәзиндәрҙең ен-пәрейҙәр тураһында һөйләгән ҡур­ ҡыныс ваҡиғалары күңелдән сыҡмай, теге пәрейҙәр минең күҙ алдымда күҙҙәрен ялтыратып, йоторға, ашарға торған кеүек торалар. Мулла менән мәзин һәм теге хәлфәләр ҙә шул ҡурҡыныс пәрейҙәрҙең дуҫтары, кешеләрҙе аҙаштыра торған шәүләләр кеүек күренәләр ине.

66
Закрыть