томан кеүек, хәрәкәттәрендә һис бер тауыш юҡ... Шулай итеп, хшуғ- хозуғ1 менән намаҙ уҡынылар ҙа, томан кеүек таралдылар ҙа бөттөләр. Миңә һис бер зарарҙары булманы, — тине.
Мәзин бабайҙың был һүҙҙәренә тағы ла ғәжәпләнделәр. Хәҙрәт мәзиндең бөтә һүҙҙәрен дөрөҫләп ҡуйҙы. Мосолман пәрейҙәренең зарар итеү түгел, кәрәк була икән, мөьмин-мосолман кешеләргә файҙа итеүҙәрен һөйләне.
Хәлфәләрҙән береһе: — Хәҙрәт, уларҙың тауыш-тынһыҙ булыуҙары, әжсамы-латыйфа- нан2 булыуҙарынан килә торғандыр инде, — тип һорау бирҙе. Хәҙрәт уға ҡаршы әллә нәмәләр әйтте. Башҡа хәлфәләр ҙә һүҙгә ҡатнашып киттеләр. Фәрештәләрҙе лә килтереп ҡыҫтырҙылар. Ләкин был әжсамы-латыйфаларҙы һәм уларҙың был хаҡтағы һүҙҙәрен мин бик үк аңлап еткерә алманым. Былай бик «тәрәнгә» киткәс, Фәхри бабай менән атайым бигерәк тә бер нәмә лә аңламағандарҙыр инде. Улар шулай бик үк аңлап бөтмәһәләр ҙә был һүҙҙәр һөйләнгәндә, бик ихлас менән тыңлап ултырҙылар. Бигерәк тә был ваҡытта Фәхри бабай бер ағара, бер ҡыҙара, хатта уның йөҙөндә ҡурҡыу ғәләмәттәре сығып ҡуйған минуттар була ине.
Быларҙан башҡа, пәрейҙәрҙең, ендәрҙең төрлө төҫтәргә инеүҙәре, убырҙар тураһында халыҡ араһында йөрөгән әкиәттәр, ҡайһы бер кешеләргә ен-пәрей эйәләшеүҙәре тураһында береһенән-береһе бик ҡурҡыныс нәмәләр һөйләнде. Был һүҙҙәр улар өсөн ҡыҙыҡ та, күңелле лә булғандыр. Ләкин беҙҙең өй эсендәге кешеләр өсөн был һүҙҙәр тағы ла күңелһеҙ эштәрҙе күҙ алдына килтерәләр, беҙҙең бында тороуҙы ҡурҡыныс дәрәжәһенә еткерәләр ине.
Был һүҙҙәрҙән мин бигерәк тә ҡурҡыуға ҡалдым. Беҙҙең өйҙәрҙә ендәр, пәрейҙәр бар кеүек, Ғәлимә апайға шул ен-пәрейҙәрҙең берәйһе ҡағылғандыр ҙа, шунан ауырып яталыр кеүек күренде. Бынан һуң мин, нисек яңғыҙым аттарға бесән һалырға сығырмын, нисек мунсаға барырмын, нисек төндә тышҡа сығырмын... — тигән уйға инеп, хәҙер үк ҡурҡыуға төшә башланым. Сөнки мин ул ваҡытта, уларҙың һүҙҙәрен ысынға алып, ялған һөйләүҙәрен күңелемә индереп тә сығармай инем.
Шундай һүҙҙәр арҡаһында мәжлес оҙаҡҡа һуҙылды, аштан һуң бер нисә самауыр сәй эселде.
Сәй бөтөр саҡта, Фәхри бабай ҡаршы өйгә сыҡҡайны.
Ул кире был өйгә ингәндә, бик күңелһеҙләнеп инде: — Хәҙрәт, Ғәлимә тағы ла борсола башланы бит әле, — тигән һүҙ менән хәҙрәт һәм хәлфәләргә ҡараны.
1 Хшуғ-хозуғ — ихлас.
2 Әжсамы-латыйфанан — күҙгә күренмәй торған әйберҙән.
65