Күрәһең, «теге пәрей» уға эт һүрәтендә булып күренә икән. Шунан һуң «Минһаж ҡарттың ала эте» тип, бер ҡағыҙға яҙҙым да, «Аятел көрси» уҡып, яндыра башланым. Шул саҡта малай ни эшләргә белмәй: — Зинһар, яндырма, ул мине тешләй! — тип ялына башланы.
Уның һүҙенә ҡарамай, теге ҡағыҙҙы яндыра башланым: теге малай ни эшләргә белмәй тыпырсына, дулай, ҡағыҙҙы яндыртмаҫҡа әйтә; уға ҡараманым — тоттом да яндырҙым, бына шунан һуң малай рәхәтләнеп йоҡлап китте... Шулай мәшәҡәтләнә торғас, уларҙа бик һуңға ҡалдым. Урамдан ҡайтып килә инем, үгеҙ кеүек бер эт ҡаршы килеп бер алдыма, бер артыма сыға. Мине ҡурҡыр тип белде, күрәһең. «Ә, әле һин тегендә булдыра алмағас, бында килгәнһең икән!..» — тип, уҡынып, таяғымды һелтәп ебәргәйнем, теге нәмә шунда уҡ ғәйеп булды ла ҡуйҙы, — тине.
Уның был «ҡыҙыҡ» ваҡиғаһынан муллала, хәлфәләр ҙә ғәжәплән деләр ҙә, көлдөләр ҙә. (Уларҙың ни өсөн көлгәндәрен аңлай алмағай ным.) Мәзин бабай: — Туҡтағыҙ әле, бөтмәне, — тип тағы ла һөйләй башланы: — Ҡайт тым. Оҫтабикәм: «Ни эшләп был тиклем һуңға ҡалдың? Мунса яҡҡай ным, көтә-көтә аптыраным, мин инеп сыҡтым, үҙең барып инеп сыҡ», — тигәс, тоттом да мунсаға киттем. Сисенеп, ләүкәгә менеп, сабына гына башлағайным, арттан бер нәмә килеп тотто ла алды.
«Әле һин бында ла килеп өлгөргәнһең икән, яуыз нәмә!» — тип уҡынып ебәргәйнем, теге нәмә дөбөрләп ләүкә аҫтына төшөп китте. Үҙем, рәхәтләнеп сабынып, мунса инеп сыҡтым. Шулай ул, ен-пәрей тигән нәмәләр әҙәм балаларына зыян-зарар килтерергә ҡасд итеп1 кенә торалар.
Мулла ағай мәзиндең һүҙен бүлеп: — Мосолман пәрейҙәре улай булмайҙар, бигерәк тә кафыр пәрей ҙәре кешегә дошман булалар... — тип әллә нәмәләр уҡып ҡуйҙы.
Мәзин бабай мулланың һүҙен дөрөҫләп: — Уныһы шулай шул, һүҙегеҙ бик дөрөҫ. Бер көнө ҡышҡы төндә, таң атҡандыр, тәһәрәт алдым да, мәсеткә киттем. Күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы көҙгө төн. Иртә булһа булыр, мейестәргә яғып, шунда торормон, тип мәсеткә индем. Инһәм — ни күҙем менән күрә йем: фарыз бүлмәһе лә, сөннәт бүлмәһе лә туп-тулы халыҡ — намаҙ уҡыйҙар... Ләкин бер ҙә беҙҙең кешеләргә оҡшамайҙар, яурындары юҡ, үҙҙәре бик нәҙектәр. Шунда быларҙың мосолман пәрейҙәре икән лектәре һәм намаҙ уҡыуҙары ҡылт итеп иҫемә килеп төштө. Мин әсем дән генә «сүрәи ен»де уҡып, бер яҡ ситкә ултырып торҙом. Шуныһы ғәжәп: былар беҙҙең кеүек рөҡуғ-сәждәләргә баралар, әммә һис бер тауыштары сыҡмай. Томан нисек тауышһыҙ аҡһа, былар ҙа, тап шул 1 Ҡасд итеп — теләп.
64