Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 62.

һеҙлектәрен һиҙеп алдылар ҙа, һүҙҙәрен быларҙың күңелдәрен табыу яғына борҙолар. Бындай ваҡытта, әлбиттә, күҙ алдында булған миҫал килтереп тә һәм улай иткәндә наҙан халыҡты ышандырып та булма­ ғанға, һүҙ боронғо ваҡыттарға, иҫке ишандарға терәлеп һөйләнә бит. Бында ла шулай булды.

Былар боронғо ваҡыттағы кешеләрҙең баштарынан бик күп ауыр­ лыҡтар үткәнен, уларҙың сабыр итеүҙәре арҡаһында шул ауырлыҡ­ тарҙан, бәлә-ҡазаларҙан сығыуҙарын, донъялыҡта сыға алмайҙар икән, ахирәттә рәхәт күрәсәктәрен күп миҫалдар килтереп һөйләнеләр. Бында боронғо әүлиәләрҙең, ҙур ишандарҙың төрлө кәрәмәттәре, уларҙың изге тындарынан әллә ниндәй ауырыуҙарҙың терелеүҙәре, астарҙың туҡ, ярлыларҙың бай булып китеүҙәре — бөтәһе-бөтәһе һөй­ ләнде. Быларҙың һүҙҙәренән һуң, боронғо ваҡьптарҙағы ауырлыҡтар ҙа еңел, ярлылыҡтар ҙа ҡыҙыҡ, ауырлыҡтар ҙа рәхәт кеүек булып күҙ алдына килә башланылар. Фәхри бабай ҙа Ғәлимә апайҙың ауырыуын оноткан кеүек булып, йөҙө асылып китте. Атайым да, аҙ-маҙ булһа ла, һүҙгә ҡатнаша башланы. Эштең былай яйланғанын күргәс, муллалар бигерәк тә асылып киттеләр, үҙҙәренең йәшерәк ваҡыттарында һәм бынан бер нисә йылдар элек кенә ауырыуҙарҙы терелтеүҙәрен, былар­ ҙың өшкөрөүҙәренән шифа табыуын әйтеп үттеләр.

Төрлө ауырлыҡтарҙы, ауырыуҙарҙы һөйләгәндән һуң, һүҙ пәрей­ ҙәргә күсте. Бында, әлбитгә, ен, пәрей кеүек нәмәләрҙең барлыҡтарына шик килтергән бер генә кеше лә юҡ ине. Шуның өсөн былар тураһын­ дағы һүҙ бигерәк ҡыҙыҡҡа китте. Әллә кемдәрҙең әллә ҡайҙарҙа ен-пәрей күреүҙәрен, уларҙың ҡулдарынан саҡ-саҡ ҡотолоуҙарын йәки шунан һуң ауырып ҡалыуҙарын — береһен дә ҡалдырманылар.

Мәзин бабай бик ҡарт кеше ине. Ул донъяла бик оҙаҡ торғанға, ете төн уртаһында юлдарҙа күп йөрөгәнгә, ҡараңғы төндәрҙә яңғыҙы мәсеткә барғанға күрә, был турала уның да фекерен һорап үттеләр. Мәзин бабай, үҙенән һорағас, бигерәк тә сиселеп китте, бик иркенләп һөйләргә кереште.

— Мин инде донъяла күп нәмә күрҙем, йөмләнән бер-ике эште һөйләп үтәйем әле, — тип түбәндәгесә һөйләп алып китте: — Бер көн шулай, йәсиғ намаҙынан сыҡҡас, Ғәләүҙәрғә барҙым. Улар ен ҡағы­ лып ауырыған улдарын өшкөртөргә саҡырғайнылар. Малай ни эш­ ләргә лә белмәй дулап ята. Өшкөрә башланым. Теге уның һайын дулай, уның һайын һаташа, мин уҡыған аяттарҙы уҡып, кире һүтеп бара. Шунда яңағына бик ныҡлап берҙе ҡундырҙым да: «Күҙеңә нәмә күренә, хәҙер әйт!» — тип һораным. Малай йомшаны: — Мәзин ағай, миңә теймә, миңә әйтмәҫкә ҡушалар, — ти.

— Кемдәр әйтмәҫкә ҡуша? — тим.

— Ҡурҡам, ҡурҡам... — ти.

Яңағына тағы ла берҙе ҡундырғайным: — Әйтәм, әйтәм... Минһаж ҡарттарҙың ала эттәре, — ти.

63
Закрыть