— Ну һуң, суҡынғандың ҡулы йомшаҡ икән, тороп китә башла ғас, ҡулынан эләктереп алғайным, ҡулым, май кеүек булып, иреп китте, — ти.
Уның был һүҙенән һуң ҡалғандары ла ауыҙҙарындағы нәмәләрен төкөрөп ташланылар ҙа, бик асылып китеп, береһенән һуң икенсеһе һүҙгә керештеләр. Ғабдулла хәлфә тағы ла маҡтана төшөп: — Ә мин һуң?.. Мин юрған аҫтынан аяғын тоттом. Ну, тәне ҡыҙыу ҙа һуң, ул аяғын тарта — мин ебәрмәҫкә тырышам, — тип маҡтанды. Икенсе береһе: — Мин йөҙөнә ҡараным да ултырҙым: валлаһи, хур ҡыҙы кеүек бит!.. Ауырып әрәм булған.... Битен япмаһа ғына ине тип торам... Әлдә теге ҡарт шайтан йөҙөн аса әле... (Теге остоң муллаһын әйтә, күрәһең), — тине.
— Ул үҙе лә ҡыҙыға торғандыр әле... — тине береһе. Уға ҡаршы икенсеһе: — Туған, уға тәнендә йәне булған кеше ҡыҙыҡмай ҡалмаҫ... — ти.
Ғабдрахман хәлфә йыуаш кеше, ул быларҙың һүҙҙәренә ҡатышмаҫ, тип уйлағайным, ул да тик тороп ҡалманы: — «Алманың аҫылын ҡорт ашай» тигән һүҙ дөрөҫ инде: шул башы менән мужик егетенә әрәм булған, меҫкен. Улай йөрөйһө килгәс, бына беҙгә генә белдерергә кәрәк ине. Ғәли артынан беҙгә хат яҙһа, ни була инде... Беҙ шәриғәттең рәтен табыр инек... — тип, үҙенең хәсрәтен белдерҙе.
Нәғим хәлфә лә ауыҙындағы йәшкелт нәмәне төкөрөп ташлағас: — һеҙ юҡты һөйләйһегеҙ, әле мин уны шул көйөнсә лә алыр инем, тороп китә башлағас, күкрәгенә ҡулым тейеп китте!.. Уф! Уф! — тип ҡуйҙы.
Улар, үҙҙәренең ҡайҙа икәнлектәрен онотоп, байтаҡ торҙолар. Мин өшөй башланым. Улар һаман бер аҙ торасаҡтар ине лә, атайым ишек алдына сығып: — Йә, хәлфәләр рәхим итһендәр... — тигән һүҙен ишеткәс, тиҙ генә ҡомғандан һыу ағыҙып, берәм-берәм ауыҙҙарын сайҡанылар ҙа, ҡулъяулыҡтарын алып ауыҙҙарын һөрттөләр. Араларынан береһе: — Еҫе ҡалмаһын, мужик белһә, ярамай ул, юғиһә ҡыҙҙарын өшкөртөү түгел, ҡарсыҡтарын да өшкөртмәй башларҙар, — тине. Уның был һүҙенән ҡайһы берҙәре көлдө, ҡайһы береһе: — һиҙмәгәндәре яҡшы, — тип уның һүҙен йөпләп ҡуйҙы.
Былар ингәндә, аш урыны әҙерләнеп, тәрилкәләр теҙелеп ҡуйыл ғайны инде.
Өйгә инеп, аш янына ултырғас, былар төҫтәрен бөтөнләй үҙгәртеп, әле генә тышта һөйләгән һүҙҙәрен онотголар, «китап һүҙҙәрен», ауы рыуҙарҙың төрҙәрен һөйләргә керешеп киттеләр. Ләкин быларҙың «китап», һүҙҙәренә ҡарап, Фәхри бабайҙың да, атайымдың да күңел дәре асылып китә алмай ине. Мулла менән хәлфәләр уларҙың күңел 62