үҙҙәренең күңелдәре тынысһыҙ икәнен һәр бер ҡараштары менән күрһәтәләр ине.
Шулай шаулап Ҡөрьән сығыу сәғәттән артыҡ барҙы, һуңға ҡарай Ғәлимә апай, ошо сәлләле кешеләрҙең уртаһында рәнйеүле рәүештә, ҡәһәрле ғөрөф-ғәҙәттең ҡаты тырнағы аҫтында иҙелгән һымаҡ булып, күҙҙәрен йомдо.
Мин әле лә, уның шул ваҡыттағы моңһоу, ҡыҙғаныс күренеш, оҙон керпектәренең ҡара күҙҙәрен ябып, хәрәкәтһеҙ ҡалыуын, уның шул хәлдә ҡәһәрле тормошҡа тәслим ителеп, көрәшеүҙән ғажиз ҡалып, золом ителеүен күҙ алдымдан ебәрә алмайым.
Ул әле лә иҫке тормоштоң, иге-сиге булмаған насарлыҡтарҙың ҙур бер ҡорбаны булып күҙ алдыма килә...
Мулла һәм хәлфәләр Ҡөрьәнде сығып, һуңғы «ләхәүлә»ләрен әйтеп, иң һуңғы ағыулы төкөрөктәрен уның өҫтөнә, матур битенә төкөргән саҡта, ул бер нәмә лә белмәй ята ине.
Былар икенсе өйгә аш ашарға сыҡҡан ваҡытта, уның битендәге төкөрөктәр шул көйө һөртөлмәй, кипмәй ҡалдылар. Сөнки ул уларҙы һөртөп тороуҙан үткән, уның хәҙер шул бысраҡ төкөрөктәрҙе һөртөр- лөк тә хәле ҡалмағайны...
XIV Өшкөрөүселәр, бик ҙур эш бөтөрөп, дошмандарын еңеп ҡайтҡан ғәскәрҙәр кеүек, шатлыҡ менән теге өйгә сыҡтылар. Сыҡтылар ҙа, тәһәрәт яңыртабыҙ тип, ишек алдына таралдылар.
Атайым миңә быларға ҡомған биреп, ҡулдарына һыу һалып торорға ҡушҡанға күрә, мин былар тирәһендә йөрөргә, атайым менән Фәхри бабайҙың әйткән һүҙҙәрен тыңларға мәжбүр инем.
Хәлфәләр, тышҡа сыҡҡас, иркенләп ҡалған кеүек булдылар. Улар аҙбарҙың эсенә ингәс, мин ситәндең был яғында ҡалдым. Улар мине, бөтөнләй инеп китте, тип белделәр, күрәһең, араларынан береһе: — Ҡайҙа, Ғәли ағай, сығар әле, баш ауыртып китте, — тине. Ғәли хәлфә шунда уҡ кеҫәһенән ҡағыҙға төргән бер нәмә сығарҙы ла, ике ҡулы менән тотоп, иптәштәренә һуҙҙы. Улар бер нисәһе бер юлы был нәмәне бармаҡ остары менән семетеп алып, икенсе устарына һалды лар ҙа, баштарын юғары күтәрә төшөп, ауыҙҙарын асып, баяғы нәмәне тел аҫтына төшөрҙөләр. Ғәли хәлфә үҙе лә, шул нәмәне бер аҙ алып, тел аҫтына һалды ла, ҡулындағы ҡағыҙҙы ипләп төрөп, күкрәк кеҫә һенә һалып ҡуйҙы. Хәҙер быларҙың бөтәһенең дә ауыҙҙары тумпайып алға сығып, ослайыңҡырап тора ине.
Бер-ике минуттан һуң, былар бөтөнләй башҡаса булып, кәйефлә неп киттеләр. Иң элек Нәғим хәлфә ауыҙындағы нәмәне төкөрөп ташланы ла, һүҙ башлап: 61