Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 6.

Быларҙың тауыштарынан беҙҙең кеүек ваҡ шәкерттәр түгел, ҙур шәкерттәр ҙә, хатта хәҙрәт үҙе лә һиҫкәнеп киткән кеүек булды һәм улар ҙа һүҙҙәрен туҡтатып, ишеккә табан ҡарарға мәжбүр булдылар.

Шулай бик тауышланып һәм дә бик ашығып, биш-алты моштым1 инделәр ҙә, бер урында баҫып тора алмай, бер артка, бер алға ҡара­ нып, тышта башланған һүҙҙәрҙең аҙағын бында бөтөрөргә уйлаған кеүек, нәмәлер һөйләргә керештеләр. Быларҙың тороштарынан, бер урында баҫып тора алмауҙарынан, ниндәй ҙә булһа бик ҡурҡыныс һәм һирәк була торған бер эштең булыуы алдан уҡ мәғлүм булып тора ине. Әгәр ҙә мулла бабай бында булмаған, әллә нисә мәҙрәсәнең иң ҙур шәкерттәре бында дәрескә йыйылмаған булһа, беҙ тағы ла ҡурҡа төшөр инек.

Хәҙрәт күҙлеген маңлайына күтәреп ҡуйҙы ла, ишеккә табан ҡарап, асыулыраҡ бер тауыш менән: — Ни бар? Ни булды? Төн менән, ут сыҡҡан кеүек, ни нәмәгә шау­ лашып йөрөйһөгөҙ? — тип, һорашырға кереште.

Ишектән шаулашып ингән кешеләр, хәҙрәттең һорауҙарына яуап бирәһе урынға, уға ла яуап бирергә ашыҡмый, хатта унан да кәрәгерәк бер эш бар кеүек, арттарына ҡарап: «һеҙ, уларҙы ебәрмәй, шунда тотоп тороғоҙ әле, хәҙрәт ни ҡушыр, ҡулдарын ыскындырмағыҙ», — тип ҡысҡырып ҡуйҙылар.

Хәҙрәттең һорауына ла ҡарамай, уларҙың шулай тауышланыуҙары беҙҙе тағы ла аптырашта ҡалдырҙы. Беҙ, берәй ҡараҡ тоттолармы икән, әллә башҡа берәй ҡурҡыныс эш булдымы икән, тигән уйға ҡалдыҡ. Бөтә кешенең күҙендә ашығыслыҡ һәм был ҡурҡыныс эштең һөҙөмтәһен тиҙерәк белеү теләге тыуған кеүек булды.

Тегеләрҙең яуап бирмәүҙәрен күргән хәҙрәт тағы ла мөһабәтерәк тауышменэн: — Йә, ни бар? Былай ҡарап яуап бирегеҙ! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Шул саҡта тышҡы яҡтан: — Юҡ, юҡ! Хәҙер тиҙ генә ысҡына алмаҫтар инде! — тигән тауыш­ тар ишетелде.

Берҙән, эскә ингән кешеләрҙең һуң дәрәжәлә етди ҡыланыуҙары, шуның өҫтөнә ҡайһы берәүҙәрҙең ҡулында күҫәктәр булыуы, икен­ сенән, тыштан асыулы һәм ҡурҡыныслы тауыштар ишетелеүе, ни ҙә булһа, берәй мөһим эштең барлығын күрһәтеп тора ине. Шуның өҫтөнә тыштан тағы ла: — Сеү, сеү!.. Кәрәкмәй, сабыр итегеҙ, — тигән тауыштар араһынан бик нескә һәм әрнеп илаған тауыш ишетелеп ҡалды.

Ике-өс минут эсендә генә булған был ашығыс һәм ҡурҡыныс күренеш, күңелдәргә ҡурҡыныс һалып, бик йәмһеҙ нәмәләрҙе күҙ алдына килтерҙе.

1 Ул ваҡытта ауылдың уҡый-яҙа белмәгән кешеләрен «моштым» тип йөрөтә­ ләр ине. М. Ғ.

1
Закрыть