Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 59.

уйҙарынса Ғәлимә апай эргәһенә йыйылған, уны һаташтырған «ен-шайтандарҙы») еңгән кеүек ҡыҙып, дәртләнеп киттеләр.

Улар ҡайһы бер урында тауыштарын һуҙып ебәрәләр, ҡайһы саҡта ҡаты ҡысҡыралар, ҡайһы берҙә көйләп тә ҡуялар... Бер аҙ шулай уҡып барғас, бөтәһе лә бер юлы «ләхәүлә»не уҡып, тағы ла көслөрәк рәүештә Ғәлимә апайҙың өҫтөнә өрәләр, төкөрәләр ине.

Был күренештән беҙҙең өй эсе әллә ниндәй ҡурҡыныс бер төҫкә инде. Ауырыу кеше түгел, һау була тороп, мин дә ҡурҡа башланым. Мин дә берәр ваҡытта шулай ауырырмын, мин дә шулай һаташыр­ мын, мине лә шулай өшкөрөрҙәр, тигән уйға килдем.

Ғәлимә апай бер аҙҙан һуң тағы ла, ҡуҙғалырға теләп, башын күтәргәйне, шунда уҡ уны тирә-яғынан бер нисә ҡул тотоп алды. Былар бер ҡулдары менән уны, икенсе ҡулдары менән Ҡөрьәндәрен тотоп, һис бер минут тик тормай, уҡыуҙарын дауам итгерә бирҙеләр. Ғәлимә апай бер аҙ ятҡандан һуң хәрәкәткә килде. Кәүҙәһен ҡуҙғата алмаһа ла, башын бер аҙ ғына күтәреп, үҙенә яҡын ғына ултырған мулланың битенә төкөрҙө лә тағы ятты.

Уның былай мулланың битенә төкөрөүенә лә әһәмиәт биреүсе булманы. Бер аҙҙан һуң ул тағы ла ҡуҙғалып, быларҙың бөтәһенә лә күҙҙәрен тултырып ҡараны ла, быларҙы мыҫҡыл иткән кеүек, ауыҙын бөршәйтеп, ниңәлер йылмайған кеүек булды ла, башын бер яҡҡа әйләндереп, юрғанын башына тиклем ябып ятты.

Өшкөргән ваҡытта ауырыуҙың бите, күренергә ярай торған тәне асыҡ булырға, өшкөрөүселәрҙең төкөрөктәре туранан-тура уның бит- башына тейергә тейеш булғанғамы, әллә бүтән берәр сәбәп менәнме, Ғәлимә апайҙың башын йәшереп, биттәрен ябып ҡуйыуы быларға килешмәне. Уның үҙе теләп, быларҙан ҡасып ябыныуына ҡарама­ йынса, башына ябынған юрғанын асырға теләнеләр һәм битенә япҡан юрғанын тартып астылар. Ғәлимә апай ике ҡулы менән юрғанына йәбешеп астырмаҫҡа, башын уларҙан йәшерергә тырыша башланы. Былар уға ҡарамай тағы ла астылар. Шунан һуң Ғәлимә апай тағы ла елкенә, баяғынан нығыраҡ тыпырсына башланы.

Былар уның шулай тыпырсыныуына, уңайһыҙланыуына ҡарамаҫ­ тан, ғәйрәттәрен арттыра төшөп, тауыштарын шәбәйтеп, төкөрөүҙәрен йышайтып, өшкөрөргә керештеләр.

Ғәлимә апай, был ҡәһәрле көстәргә ҡаршы тора алмаҫлығын белгән кеүек, хәҙер башын йәшермәй башланы. Был ваҡытта уның ике сикәһенән сыуалып төшкән ҡара сәстәре, бите төкөрөктәр менән еүешләнгән, үҙе алланып тирләгән, тынын йыш-йыш ала, күҙҙәре уның артыҡ хәлһеҙләнгәнен белдерәләр ине.

Уның был хәлен күреп, атайҙа уңайһыҙлыҡ арта. Фәхри бабай ситтән генә ҡарап ала ла, башын түбән һалып: — Ай, балам, балам... — ти ҙә, иҙәнгә ҡарап тик тора ине. Әсәйем менән Хәмиҙә әбей теге өйгә сығып китәләр ҙә тағы ла инәләр, 60
Закрыть