Элек әсәй ҙә, Хәмиҙә әбей ҙә муллаларҙан бик оялалар, йөҙҙәрен түгел, мөмкин булғанда, уларға кәүҙәләрен күрһәтеүҙән дә тартыналар ине. Бөгөн эш артыҡ мөшкөл булғас һәм Ғәлимә апай һаман да тыныслана алмағас, улар икеһе лә оялып торманылар, бәлки асыҡтан- асыҡ ҡарап, һәр бер эшкә әҙерлек күрһәткән кеүек торҙолар һәм, Ғәлимә апайҙың һуңғы ҡурҡыу һүҙҙәрен ишеткәс, улар яҡын уҡ кил деләр. Атай хәлфәләрҙең араһына инеп, Ғәлимә апайҙың ҡулын тотто, асылған өҫтөн япты һәм ҡаушаған бер сифат менән: — Ғәлимә балам, тыныс ят... Былар һине Ҡөрьән сығып өшкөрөргә генә килгәндәр, ҡара яҡмайҙар... — тип йыуатырға кереште. Уның һүҙҙәренә әсәйем менән Хәмиҙә әбей ҙә: — Балам, беҙ бында, тыныс бул, Алла бойорһа, терелерһең, — тип, Ғәлимә апайға һүҙҙәрен ишеттереп, кәүҙәләрен күрһәтеп, үҙҙәренең бында икәнлектәрен, муллаларҙан ҡурҡыу тейеш түгел икәнен белде рергә тырыштылар.
Атайымдың һәм әсәйем менән Хәмиҙә әбейҙең йыуатыуҙарына, тыныслыҡ бирергә тырышыуҙарына ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт әйтә торған һүҙҙәрен ҡабатларға, урынынан тороп китергә теләй башланы.
Мулла һәм хәлфәләр уның шулай тынысһыҙланып, елкенеүен күргәс, һөжүм ваҡыты, эш заманы килде тигән кеүек, бөтәһе бер юлы: — Әғүзе билләһи минәшшәйтан ирражим...
— Бисмилләһи... — тип, бик ашығып, бер ауыҙҙан, күтәренке тауыштар менән, Ҡөрьән сығырға керешеп киттеләр.
Бер тиҫтәнән артыҡ кешеләрҙең бер юлы шаулашып, ҡысҡырып ебәреүҙәрен ишеткәс тә, Ғәлимә апай урынынан һикереп торҙо ла: — Кәрәкмәй, кәрәкмәй!.. — тип ҡулдарын бутай башланы һәм уры нынан тороп китергә теләне. Ләкин шул минутта уны бер нисә көслө беләкле ҡулдар сырмап тотоп алғанлыҡтан, тороп китә алманы. Өшкөрөүселәр, уның ай-вайына ҡарамайынса, уҡыуҙарын дауам иттерҙеләр һәм бөтәһе лә бер юлы «Әлхәм»де уҡып бөтөп, «Ләхәүлә үәлә ҡеүәтә илла биллаһи ғаллами ғазим»ды әйтеп, бөтәһе бер юлы Ғәлимә апайҙың өҫтөнә ҡарай баштарын бөгә төшөп: — Тфү, тфү! — тип, уның битенә, башына — ҡыҫҡаһы, бөтә өҫтөнә төкөрҙөләр.
Бынан бер нисә көндәр генә элек, уны урамда йөрөткән ваҡытта, бөтә халыҡ алдында уның битенә төкөргәндәр, ул унда биттәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ер аҫтына инерлек, үҙен тереләй утҡа һалырлыҡ булып хурланғандарын күҙ алдына килтерҙе күрәһең: — Юҡ, мин гонаһлы түгел... Эй Алла, ниңә минең битемә төкөрә һегеҙ?.. Мин китәм... Хәҙер барып һыуға төшәм... Бына төштөм дә инде. Эй Раббым, шуларҙан ҡотолдом бит... — тип, башын яҫтыҡҡа ҡуйып, йәнһеҙ кеүек булып ятты.
Уның был хәленән теге өшкөрөүселәр, һис бер әҫәрләнә белмәй, уҡыуҙарын баяғынан да шәбәйттеләр. Хәҙер үк дошманды (йәғни үҙ 59