Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 57.

Был һүҙҙе ни өсөн ашығып әйткәнмендер, Ғәлимә апай минең «киләләр» тигән һүҙемде ишеткәс, ҡурҡынып китте: — Киләләр! Кемдәр киләләр? Ниңә киләләр? Юҡ, юҡ, килмәһен­ дәр, кәрәкмәй! — тип, уңайһыҙлыҡ күрһәтә башланы.

Хәмиҙә әбей ҙә, әсәйем дә ашығыслыҡ күрһәтеп: — Балам, ипләп кенә тор инде, улар киләләр ҙә китәләр. Бына, Алла бойорһа, улар өшкөргәс, терелеп ҡалырһың, — тип тағы ла уны йыуатырға, күндерергә керештеләр.

Шул һүҙҙәрҙән һуң ул, артыҡ һүҙ әйтмәһә лә, ҡурҡына һәм өшөгән кеүек ҡалтырана башланы, һуңынан һике уртаһында үҙе өсөн әҙер­ ләнгән урынға барып ятты ла, бер нәмәнән ҡурҡып йәшеренгән йәки бик туңған кеүек, төрөнөп ятты.

Мулла һәм хәлфәләрҙең шаулап һөйләшеп, сәләм биреп, ҡаршы өйгә ингәндә, уларҙың: — Әйҙә, мулла ағай, рәхим ит!

— һеҙ — таләбәләр1! һеҙ — хөрмәтле заттар, һеҙ алдан рәхим итегеҙ.

— Әйҙә, әйҙә... Ярай, хуш!.. — тип ҡыҫтауҙары ишетелгәс, Ғәлимә апай башын сығарып ҡараны. Ул хәҙер былай ҡарарға боронғонан бик күп үҙгәргән булһа ла, матур күренә, тик йөҙҙәре бик ағарғанға күрә, ҡараусыға ҡыҙғаныс төҫлө тойола ине.

Бер аҙҙан һуң Фәхри бабай инеп: — Муллалар килделәр, әҙер булдығыҙмы? — тип һораны һәм Ғәлимә апайға ҡарап торғандан һуң, былай булһа, инергә ярай инде, тигән кеүек: — Улай булһа, бында инһендәр, — тип, Хәмиҙә әбей менән әсәйемә һорау күҙе менән ҡарап алды ла, уларҙың «ярай, инһендәр инде» тигән һүҙҙәрен ишеткәс, кире сығып китте.

Күп тә үтмәне, өйҙөң ишеге асылып, иң алдан түбән ос муллаһы, унан хәлфәләр, һуңынан мәзин өйгә инделәр.

Улар ингәс тә, өйҙә тағы ла хәрәкәт башланды. Улар, ҡулдарына Ҡөрьән тотҡан хәддә, юғары ултырыу тураһында һатыулаша, бер-бе- реһен ҡыҫташа башланылар. Был ваҡытҡа тиклем Ғәлимә апай тик кенә ята ине. Улар, шаулашып, Ғәлимә апайҙың тирә-яғына теҙелеп, уны әйләндереп, һырып алғас, ул ҡапыл ғына башын ҡалҡытып ҡараны ла: — Килделәр бит... килделәр!.. — тип ҡысҡырып ебәрҙе һәм урыны­ нан торорға теләгән кеүек булды. Уның был һүҙҙәренән мулла, хәлфә­ ләрҙең килеүенән ҡурҡыу-ҡурҡмауы мәғлүм булмағайны. Ул: — Тағы килделәр!.. Йөҙгә ҡара яғырға килделәр!.. Мине ҡотҡарығыҙ!.. — тигән һүҙҙәре менән был сәлләле кешеләрҙән һуң ни дәрәжәлә ҡурҡҡанын белдерҙе.

1 Таләбәләр — укыусылар, шәкерттәр.

58
Закрыть