Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 56.

— Матурһың һин, балам, әле лә матурһың... Йә, кейен инде, яулыҡты һуңынан бирерһең, — тип, Хәмиҙә әбей уны кейендереү яйын ҡарай. Ләкин Ғәлимә апай һаман үҙ эше менән булаша ине.

Ул хәҙер бер нәмәне лә йәшермәй, борон бик йәшерен рәүештә генә Закирға биргән яулыҡты, Закирҙан һабын алыуын, уның менән аулаҡта осрашыуҙарын — бөтәһен асыҡтан-асыҡ әйтә ине. Уға: «Йә, балам, кейенеп ал инде», — тип ҡабат әйттеләр.

Ул уларҙың был һүҙҙәренә ризаһыҙлыҡ күрһәткән кеүек булып: — Юҡ та, хәҙер кейенмәйем әле, быны мин Ҡыҙҙар тауына уйынға сыҡҡанда кейенермен, әле минең киндерҙәр һуғаһым бар бит... — ти. Хәмиҙә әбей: — Бына, Алла бойорһа, терелгәс, уйынғала сығырһың... Бөтәһе лә булыр, балам, — тип әйтте лә күҙҙәренән сыҡҡан йәштәрен һөртөп, бер яҡҡа ҡараны, апайҙың был һүҙҙәрен ишеткәс, был эштәрен күргәс, әсәйем һәм шунда торған күрше ҡатыны ла күҙҙәрен һөртөп, бер һүҙһеҙ ҡалдылар...

Тағы ла бер-ике минут торғас, ул үҙенең бер күлдәген алып, уның бер ерендәге йәшерен рәүештә тегелгән кеҫә һымаҡ бер урынынан әллә нисәгә бөкләнеп ҡуйылған һәм бөгәрләнеп бөткән бер хат алды ла бер ҙә тартынмай: — Был бит Закирҙың хаты... Әсәй, һеҙгә лә уҡып ҡарайыммы?.. — тип, хатты әйләндерә башланы. Уның был теләгенә ҡаршы: — Ярай, балам, һуңынан, бына кейенеп бөткәс уҡырһың... — тип уның һүҙен бүлделәр.

Шулай бик күп димләшә торғас, ул үҙенең күлдәген алып кейә башланы. Уның күлдәк өҫтөнә күлдәк кейеүен күргәс, әсәйемдәр: — Балам, өҫтөндәге күлдәгеңде сисеп кей, сәстәреңде тарап ал, — тигәс, мин сығып киттем, мин сыҡҡанда Ғәлимә апай: — Башым ауырта бит әле, — тип, һыҙланып ҡалды.

XIII Атайым менән Фәхри бабай, мин сыҡҡанда, ҡаршы өйҙө муллалар менән хәлфәләрҙе ҡаршы алырға әҙерләнәләр ине.

Улар миңә уларҙың килеүен ҡарап торорға тип, ҡапҡа төбөнә сығырға ҡуштылар.

Мин сығып, бик оҙаҡ торғас ҡына, мәсеттән кешеләр сығып, шуларҙан бер төркөм сәлләлеләре беҙҙең яҡҡа килә башланылар. Уларҙың бөтәһе лә сәлләле һәм ҡултыҡ аҫтарына Ҡөрьәндәрен ҡыҫ­ тырғандар, аҡрын ғына беҙҙең яҡҡа ҡарай киләләр ине. Уларҙы күргәс тә, мин өйгә инеп, килеүҙәрен хәбәр иттем. Мин тағы Ғәлимә апайҙар эргәһенә индем: — Киләләр! — тинем.

57
Закрыть