Әсәйем, уның былай көйгә килгәнен күргәс, шатланып: — Шулай, балам... Бөтәһе лә булыр, бына һин дә кейенеп тор. Һан дығыңдан теге яңы күлдәгеңде алып кей, — ти. Ул тағы ла кәйефһеҙлек күрһәтеп: — Эй Алла, башым ауырта бит әле... Минең сиккән яулыҡтарым ҡайҙа һуң әле?.. Теге төрлө төҫтәге дебеттәр менән сиккән аҡ яулыҡ бында юҡ бит... (үҙе балаларса көлөп) әсәйем, һин асыуланма, мин уны һиңә әйтмәй генә Закирға бирҙем, һин асыуланма инде. Эй Алла, ҡайҙа һуң әле минең аҡ бирсәткәләрем?.. Уларҙың бармаҡ остарына матур суҡтар тағып ҡуйырға кәрәк... — тип, хәҙерге ваҡыт өсөн бер ҙә кәрәге булмаған нәмәләр тураһында һөйләп китте.
Әсәйем менән Хәмиҙә әбей бер юлы: — Балам, бөтәһе лә һандығында бит улар, әйҙә әле, һандығыңды асып ҡарайыҡ... — тип, һандыҡты аса башланылар.
Һандыҡты асҡас, Ғәлимә апай бик иркенләп һандығы алдына ултырып алды ла, ундағы нәмәләрҙе берәм-берәм сығарып ҡарай башланы. Ул һәр бер нәмәне ҡулына алып, бик оҙаҡ ҡарап тора, ул нәмә тураһында борондан ҡалған хәтирәһен ҡушып бер нисә һүҙ әйтеп, уны һалып ҡуя ла икенсе бер нәмәне ала ине.
Ул үҙенең сиккән таҫтамалдарын, аяҡ сылғауҙарын — бөтәһен-бө- тәһен: — Бына быныһы бүләк өсөн...
— Быныһы бирнәгә булыр...
— Был сылғау кейәү бүләге бит был... — тигән һүҙҙәрҙе әйтә, үҙенең, бер нисә йылдар буйы эшләгән эштәрен, уларҙы һуғып, күҙ нурҙарын түгеп, сүпләп, сигеп ултырған ваҡыттағы күңелендә булған уй һәм хыялдарын күҙ алдына килтереп һөйләй бара ине.
Ғәлимә апайҙың был нәмәләрен ҡарауы, улар тураһында булған фекерҙәрен һөйләүе бик оҙаҡҡа киткәс, әсәйем менән Хәмиҙә әбей: — Йә, балам, бынау күлдәгеңде кей, яулығыңды бәйләп, шәлеңде ябынып ятып тор, мулла бабайың, хәлфә ағайындар килер ваҡыт етә, — тигәс, ул быларға күҙҙәрен тултырып ҡараны ла: — Шулай бит әле, улар килеп киткәс, беҙҙә туй ҙа була бит әле, — тип тағы ла һандығына ҡулын тығып, нәмәлер эҙләй башланы. Байтаҡ ҡарағандан һуң, бик матур бер ҡыҙ һүрәте төшөрөлгән еҫле һабын алып, бик оҙаҡ ҡарап торҙо ла бик ихлас менән еҫкәп: — Әсәйем, был бит Закир бүләге, ул уны ҡаланан алып ҡайтты, ул уны миңә йәшереп бирҙе... — тип тағы еҫкәне, тағы ла ҡараны ла: — Бигерәк матур бит... Ул миңә: «Бына һин ошонда төшкән ҡыҙҙан да матурһың», тип әйткәйне. Әсәй, мин шулай матурмы ни, ә?.. Юҡтыр ҙа... Минең башым ауырта бит әле... Ул беҙгә килмәҫ инде, ғүмерендә килмәҫ... (ҡулына бер яулыҡ алып), был яулыҡты уға бирермен тип сиккәйнем, — тип, ул яулыҡты ойоҡ ҡуңысына тыға башланы.
56