Өй эсендә шулай зыҡ ҡубып туйға әҙерләнгән кеүек, әҙерлек барыуға ҡарамаҫтан, Ғәлимә апай был эштәргә әйләнеп тә ҡарамаған кеүек тора, урынында ғәмһеҙ ултыра, йәки моңайып ҡына әллә нәмә ләр һөйләп, көйләп ҡуя ине.
Төш яҡынлашты. Ҡаҙан тулы ит ҡайнай башланы. Бер нисә бәлеш яһалып мейескә тығылды. Хәмиҙә әбей ҙә, башҡалар ҙа һәр бер эште эшләгәндә «бисмилла» әйтәләр. «Хоҙайым шифаһын ғына бирһен инде, сәғәте тура килеп, ҡул менән ҡуйғандай булһын инде», тип доға ҡылалар.
Күрше еңгә һүҙҙе тағы ла арттыра: — Терелһен ине лә, бына шулай әҙерләнеп туй итһәк ине, — ти.
Хәлфәләр, мулла, мәзиндәр килергә күп ҡалманы.
Хәҙер, башҡа әҙерлектәр бөткән кеүек булғас, әсәйем менән Хәмиҙә әбей Ғәлимә апай эргәһенә барып, уны кейендереп, һике уртаһына урын һалып, өшкөрөүселәр килеүгә әҙерләп ҡуйыу хәстәрен күрә башланылар.
Хәмиҙә әбей тағы ла яҡыныраҡ килеп: — Ғәлимә балам, бына хәҙер үҙеңде өшкөрөргә мулла бабайың менән хәлфә ағайҙарың килә. Бына шунан һуң терелерһең. Улар кил гәндә өҫтөңә яңы күлдәгеңде кейеп, ошонда ятып торорһоң... — тип һүҙ башлауға, Ғәлимә апай ҡурҡып китте: — Мулла бабай?! Кәрәкмәй, кәрәкмәй! Мин уларҙан ҡурҡам, улар минең йөҙөмә төкөрәләр, битемә ҡара яғалар!.. Кәрәкмәй, тим, кәрәк мәй! - тип, әллә нәмәне ҡыуған кеүек, ҡулы менән ҡыуа башланы. Әсәйем килеп: — Юҡ, Ғәлимә балам, улар хәҙер өшкөрөргә генә киләләр, бына улар Ҡөрьән сығып өшкөргәндән һуң терелерһең; улар хәҙер һиңә файҙа итергә киләләр, кейенеп кенә ятып тор. Улар килерҙәр ҙә ки терҙәр, шунан боронғо кеүек һау булып китерһең, башың да ауыртмаҫ, әсең дә бошмаҫ... - тип, димләргә кереште.
Әсәйемдең йомшаҡлыҡ менән бик өҙөлөп әйткән ошо һүҙҙәренән һуң Ғәлимә апай үҙгәрә төштө һәм бер нисә минут элек булған ҡурҡыу төҫөн шатлыҡҡа әйләндерел: — Ниңә киләләр?.. Әллә туй буламы?.. Ярай. Юҡ, килмәһендәр ҙә, улар мине алып китәләр... Урамда йөрөтәләр... — тип, тағы ла киреләнде.
Әсәйемдең: — Бына, Алла бойорһа, терелерһең, туй ҙа булыр... Уларҙы шунда ла саҡырырбыҙ... Һин хәҙер кейенеп, шәлеңде ябынып, һәйбәт кенә ятып тор, улар өшкөрөрҙәр ҙә китерҙәр... — тигән һүҙенә ҡаршы, Ғәлимә апай балаларса көлдө: — Шулаймы ни! Улар өшкөрөп киткәс, туй буламы ни! Закир ҡайҙа һуң?.. Ул да киләме?.. Минең бит хәҙер кершәндәрем юҡ. Минең теге сулпыларым ҡайҙа әле?.. — тип, урынынан торҙо ла, үҙенең һандығы янына барҙы.
55