Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 53.

һиҫкәнеп китә, йә булмаһа шатлыҡ күрһәтеп, әллә нәмә һөйләп таш­ лай, күп ваҡытта бер урынға ҡарап, бик тәрән уйға бата ине. Уның былай кәйефһеҙләнеүе, икенсе төрлө әйткәндә, һаташып, үҙен үҙе бөтөнләй белмәүе ҡайһы ваҡытта бигерәк арта, ул бындай ваҡыттарҙа өй эсендәге кешеләргә лә асыуланып ҡарай, йәки бер ҙә өндәшмәй тик тора ине. Уның ошолай тик торған йәки килделе-киттеле һүҙҙәр һөйләгән ваҡытта эргәһенә барһаң, бик асыуланып, ғүмерҙә күрмәгән бер кешегә ҡараған кеүек ҡарай, һуңынан үҙенең янынан ҡыуа ине.

Көндөҙҙәрен ошолай, ғәйре тәбиғи үткәреү өҫтөнә, төндәрендә бигерәк һаташҡанын, урынынан һикереп тороп сығып китергә маташҡанын һәр көн иртәнсәк беҙгә инеп әйтәләр. Шунан беҙ уның эше һаман артҡа киткәнен белеп тора инек.

һуңғы бер аҙна эсендә Хәмиҙә әбей ҙә, Фәхри бабай ҙа бик йонсоп киттеләр. Сөнки былар ауырыуҙы ҡарау өҫтөнә, уның өсөн эҫтәренән бик хәсрәтләнгәнгә күрә көнө-төнө тыныслыҡ күрә алмайҙар ине. Уларҙың ул ауыр хәлдәренә минең әсәйем менән атайым да ҡатнаша­ лар, хәсрәттәрен уртаҡлашалар, шунлыҡтан беҙҙең өйҙә лә боронғо кеүек тыныс, матур тормош юғалған кеүек булды.

Әсәйем көндөҙҙәрен уларға бер нисә рәт инеп сығыу өҫтөнә, кистәрен дә инеп унда ултыра, тик таңға ҡаршы ғына ҡайта, төнөн күп ваҡыт йоҡоһоҙ үткәрә башланы.

Бер көн шулай әсәйем иртәнсәк ҡайтып, Ғәлимә апайҙың көндән- көн кирегә китеүен, «енләнгән» кеүек ҡыланыуҙарын һәм Фәхри бабайҙар менән кәңәш итеп, Ҡөрьән сығарып өшкөртөргә ҡарар биреүҙәрен атайыма һөйләне.

Атайым был кәңәшкә ҡушылып бөтмәһә лә, артыҡ ҡаршылыҡ та күрһәтмәне: — Ярар, өшкөртөп ҡарағыҙ инде, ай-һай, файҙаһы тейерме икән һуң? — тип кенә ҡуйҙы.

Әсәйем Ҡөрьән сығарыу яғында булып, күп кешеләрҙең шулай кәңәш итеүҙәрен һөйләп китте.

Ҡөрьән сығартып өшкөртөргә ҡарар бирелгәндең һуңында, Фәхри бабайҙарҙа әҙерлек башланды.

Фәхри бабай иртүк тороп, бына тигән бер һарығын һуйып таш­ ланы. Әсәйем менән Хәмиҙә әбей өйҙәрҙе йыйыштырырға, аштар, бәлештәр бешерергә керештеләр. Бында миңә лә ваҡ-төйәк эштәр табылды. Түбән ос муллаһы һәм мәҙрәсәләге хәлфәләрҙе, мәзин бабайҙы саҡырып ҡайтыу кеүек эштәргә мине ҡуштылар. Улар һәм­ мәһе лә өйләнән сығыуға киләсәк булғанға күрә, Фәхри бабайҙар өйөндә бик ашығыс рәүештә әҙерләнеү башланды. Үҙҙәре генә өлгө- рөрлөк булмағас, күршенән бер нисә ҡатын килеп булышлыҡ күрһәтә башланылар.

54
Закрыть