Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 52.

— Мин уларҙың баштарын төрмәлә серетермен!. Бында шәриғәт хөкөмө йөрөй торған ер түгел, бында закон бар... Законда ҡыҙ менән йөрөгән кешене лә, ҡыҙҙы ла туҡмарға һәм мәсхәрә иттереп йөрөтөргә юл юҡ... Улар үҙҙәре ҡапҡанға эләктеләр!.. — тип, бик ҙур һүҙҙәр һип­ ләп киткән була. Уның был һүҙҙәрен ата-әсәләре барған бер кешегә һөйләйҙәр ҙә, үҙҙәре: — Беҙҙең Закир уларҙы шулай ғына ҡалдырмаҫ, ике аяҡтарын бер ҡунысҡа тығыр... Хәҙер улар беҙҙе хур итһәләр, беҙ ҙә уларҙың хурлыҡ күреүҙәрен ҡарап торорбоҙ әле, — тиҙәр икән.

Беҙҙең өйҙә һәр ваҡытта шул турала төрлө һүҙҙәр китте. Беҙгә кил­ гән кешеләрҙең һәр береһе шул турала бик оҙаҡ һөйләшкәндән һуң, үҙҙәренең фекерен дә ҡушалар. Быларҙың ҡайһы берәүҙәре уларҙың ошо һүҙҙәрен хаҡлы тапҡан кеүек булып: — Дөрөҫө шулай. Ниңә уларҙы улай тотоп туҡмарға ла, ниңә урамда йөрөтөп, шулай хур итергә?.. Был эш бер ҙә аҡылға тура кил­ мәй инде... Йәш саҡта ундай эштәр була ул... Башта уҡ эште ошолай ғына бөтөрөргә кәрәк ине, — тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәре бөтөнләй ҡаршы төшөп: — Юҡ, улай түгел ул. Шәриғәт ҡушҡан эште эшләгән өсөн, хәҙрәт бабайға бер һүҙ ҙә әйтеп булмай. Ул егет юҡҡа ғына йөрөй, барыбер бер эш тә сыҡмаҫ. Закон менән дин бер-береһенән әллә ҡайҙа китмәй улар. Закон бер ҙә насар эш эшләргә ҡушмай торғандыр инде. Хәҙ­ рәтте улай судҡа бирергә кәрәкмәҫ ине, — тип, үҙҙәренең хәҙрәт һәм Ғәлимә апай менән Закир ағайҙы туҡмаусылар яғында икәнлектәрен белдерәләр.

Минең атайым менән әсәйем, әлбиттә, был һуңғыларға ҡаршы төшәләр.

— Беребеҙ ҙә һөттән аҡ, һыуҙан пак түгелбеҙ бит... Һөйләшеп тор­ ған өсөн, шулай кешеләрҙе хур итергә кәрәкме икән ни? — тип, Закир ағайҙың был эш артынан йөрөүен бик хаҡлы табалар.

Шулай итеп, беҙҙең өй эсендә һәр көн шулар тураһында һүҙ бара, һәр көн Ғәлимә апай менән Закир ағай тураһында әллә ни тиклем һүҙҙәр һөйләнә. Ләкин был һүҙҙәрҙең хәҙер Ғәлимә апай өсөн һис бер файҙаһы юҡ икәнен һис береһе иҫтәренә лә килтермәйҙәр ине...

XII Ғәлимә апайҙың ауырыуы былай ғына бөтмәгәнгә күрә, уны төр­ лөсә им-том иттерә башланылар. Күрше ҡарсығынан ҡот ҡойҙороу, Йәләй суфыйҙан өшкөртөү, Ғилми ҡарсыҡтан имләтеү, әллә нәмәләр өшкөртөп, шуларҙы көсләп эсертеү кеүек эштәрҙең береһе лә ҡал­ маны. Ләкин «дарыу»ҙарҙың, им-томдарҙың һис бер файҙаһы теймәй, ул һаман беҙҙең өйҙә торғандағы кеүек иләҫ-миләҫ тора. Ҡурҡынып, 53
Закрыть