Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 51.

ваҡытта инеп-сығып йөрөүселәр ҙә инмәй башлағайнылар. Ләкин өс-дүрт көн үткәндән һуң, беҙгә килеүселәр була башланы. Бара тор­ ғас, был инеүселәрҙең һандары боронғо ваҡытка ҡарағанда арта төштө. Был инеүселәр, беҙҙең өй эсендәге ҡайғы-хәсрәттәрҙе ысын күңелдәре менән уртаҡлашыуҙан бигерәк, «бындай ауыр хәсрәт эсендә нисек торалар икән?.. Үҙҙәре нәмә уйлайҙар икән? «Ҡара йөҙлө» Ғәлимәләре нисек әҙәм күҙенә күренә икән?» — тигән һымаҡ эске бер сер менән инәләр, шуның өҫтөнә ауыл араһындағы төрлө гәйбәттәрҙе беҙҙең өйгә килтереп түгәләр ине. Һуңынан, ауырлыҡ ваҡытында, һәр кемдә була торған йомшаҡлыҡтан файҙаланып ҡалыу уйы менән килгән кешеләр булып, уларҙың һәр береһе беҙҙә ҡунаҡ була, ошолар өсөн беҙҙең өйҙә көнөнә бер нисә сәй ҡайнай торғайны.

Ошо килеүселәр арҡыры беҙ Закир ағайҙың һәм уның әсәләренең ни рәүештә торғандарын белеп алдыҡ. Был килеүселәр Закир ағай тураһында төрлөсә һөйләйҙәр.

Был күп имеш хәбәрҙәрҙе йыйғанда, шулай булып сыға ине: Закирҙың ата-әсәһе, улдарының был рәүешле хурлыҡ күреүенә, уның йөҙөнә ҡара яғылып, урамдарҙа йөрөтөлөүенә, бер яҡтан, ғәрләнһәләр ҙә, икенсе яҡтан: «Егет кешегә ғәйеп түгел ул, саҡырғас, барыр, улар ҡыҙҙарын тыйырға кәрәк ине», — тип «ғәйеп»тең ҙурыһын Фәхри бабайҙар өҫтөнә һәм Ғәлимә апайға ауҙаралар икән.

Закир үҙе урамда йөрөтөлгән көндө, өйҙәренә ҡайтып ҡунған да, иртәнсәк кешеләр тормаҫ борон уҡ, ҡайҙалыр сығып киткән. Уның сығып китеүе тураһында төрлөсә һөйләйҙәр, уның китеүенә төрлөсә мәғәнә биреләр.

Ҡайһы берәүҙәр: — Закир кеше күҙенә күренергә оялғанлыҡтан, әллә ҡайһы яҡҡа сығып киткән икән, ул инде тиҙ генә ҡайтмаҫҡа булған... Шул тиклем ҙур хурлыҡҡа нисек түҙергә кәрәк һуң?.. Шулай китеүе раҫтыр. Ул тиҙ ҡайтмаҫ инде, — тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәре: — Закир теге көндә бик ныҡ туҡмалып имгәнгән. Башындағы яраларын төҙәттерер өсөн ҡалаға духтырға киткән, ул тиҙ генә төҙә- лерлек түгел икән, — тип, әйтһәләр ҙә, ҡайһы бер кешеләр тағы ла арттырып ебәрәләр: — Юҡ, бер ҙә улай түгел, ул үҙҙәрен тотоп туҡмаған кешеләр өҫтөнән дә һәм шәриғәт буйынса хөкөм итеп, йөҙҙәренә ҡаралар яғып йөрөтгөргән кешеләр өҫтөнән судҡа бирергә киткән, имеш. Ҡыҙ менән егетте былай тотоп туҡмау һәм йөҙҙәренә ҡаралар яғып, урамда мәсхәрә итеп йөрөтөү законға һыймай, имеш... Был эштәре өсөн уларҙы тотоп туҡмаған кешеләр ҙә, урамда йөрөтгөргән ахун хәҙрәт тә бик ҙур виноват булалар, имеш, — тип һөйләйҙәр. Халыҡ уның докторға китеүенә артыҡ ғәжәпләнмәй, тик үҙе ошондай ҙур эш эшләп тә, ахун хәҙрәт һәм баш­ ҡалар өҫтөнән судҡа бирергә китеүенә хайран ҡалалар.

Гүйәки ул киткән саҡта: 52
Закрыть