Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 50.

— Бар икән әле! Әле миңә теге мөхәббәтһеҙ һантый Нәғимә, улар­ ҙың барыһын да алып киттеләр, тигәйне. Бына алдаҡсы нәмә... — ти. Үҙе һаман да урынында ултыра.

Хәмиҙә әбей: — Кем алып китһен, балам, бер кем дә алып китмәне. Ҡайһы ерең ауырта, балам? — тип һорауға ҡаршы: — Юҡ, бер ерем дә ауыртмай, тик бына йөрәгем генә әллә ни эшләй, йөрәгем ҡаға. Башым ауырта. Юҡ, ул да ауыртмай торғандыр... Кешеләрҙән ҡурҡам, улар йөҙгә ҡара яғалар... Мыҫҡыл итәләр... йыр­ лайҙар... — тине лә туҡтаны.

Хәмиҙә әбей менән әсәйем икәүләп: — Әйҙә, Ғәлимә тор, үҙебеҙгә ҡайтайыҡ, унда барыһы ла бар. Башҡа кешеләр юҡ. Әйҙә... — тинеләр.

Ғәлимә апай торҙо һәм быларға ҡарап: — Әйҙә, әйҙә, — тип шәлен алды һәм әсәй менән Хәмиҙә әбей ара­ һында ишеккә табан йүнәлде.

Фәхри бабай алдына ҡарап: — Әй, бала, әй, бала... — тине лә, башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Улар шулай аҡрын ғына сығып киттеләр. Уларҙан һуң беҙҙең өй эсен ауыр бер тынлыҡ баҫты. Яңы ғына мәйет сыҡҡан өйгә оҡшап, бер яҡтан бушлыҡ һиҙелде, бер яҡтан ауыр ҡайғы эсендә ҡалдыҡ.

Атайым тәрән көрһөнөп: — «Шәриғәт, шәриғәт» тип һәләк иттеләр бахыр баланы... — тине. Уның ике кеше араһында сығып килеүен күргәс, минең күҙҙәремдән Ғәлимә апайҙы ҡыҙғаныуымдан сыҡҡан ҡайнар күҙ йәштәре аға ине...

Атайымдың «шәриғәт, шәриғәт» тигән һүҙҙәре бик ҡурҡыныс булып ҡолаҡ төбөмдә яңғырап киттеләр. «Шәриғәт кешеләрҙе аҡыл­ дан яҙҙыра, харап итә торған нәмә икән... — тип уйланым. — Шәриғәт шул икән!» — тинем.

XI Ғәлимә апай үҙҙәренең йорттарына ҡайтыу менән генә, беҙҙең өйҙә барыбер боронғо кеүек матур ғына тыныс тормош башланып китә алманы. Минут һайын, сәғәт һайын борсолоп тороуҙар бөтһә лә, көнөнә әллә нисә рәт шул турала һүҙҙәр ишетергә һәм атайым менән әсәйемә йыш-йыш ҡына Фәхри бабайҙарға йөрөргә, был күңелһеҙ­ лекте улар менән уртаҡлашып торорға тура килә ине.

Ғәлимә апай менән Закир ағай «тотолоп», йөҙҙәренә ҡара яғылып, урамдарҙа йөрөтөлгәндән һуң, Ғәлимә апайҙың беҙгә ҡайтыуы һәм минең атайым менән әсәйемдең ысын күңелдәре менән яҡлауҙары арҡаһында, беҙҙең өй халҡына төрлө һүҙҙәр ишетергә тура килде. Бындай «ҡара йөҙ»ҙө индереп яҡлаған өсөн, башта беҙгә боронғо 51
Закрыть