Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 5.

— Бөгөн ниндәй дәрес? — тип һораны. Уның был һүҙенә күптәнән бирле көтөп торған шәкерттәрҙең бер нисәһе берҙән: — Бөгөн, тәҡсир, «Ғаҡаид»1, — тинеләр.

Ул арала «Ғаҡаид» уҡыусылар, хәҙрәткә ҡаршы, унан бер сажин самаһы алыҫыраҡ түңәрәкләнеп, тубыҡланып ултырғандар, бөтәһе лә алдарына китаптарын һалып, дәрес тыңларға әҙерләнгәндәр ине. Хәҙрәт, шәкерттәрҙең яуабын алғас, өҫтәлдәге китаптарҙың береһен алды һәм, бер аҙ көттөргәндән һуң, бик мөһабәт тауыш менән: — һади, һин ғибарә2 уҡы! — тип бойороҡ бирҙе.

Хәҙрәттең был һүҙен ишетеү менән, теге шәкерттәрҙең бөтәһе лә ҡулдарын тубыҡтарына арҡыры ҡуйып, баштарын түбән эйеп, китап­ тарына күҙ һалдылар, һади беҙ белмәгән ҙур китаптан бик һанап ҡына нәмәлер уҡып китте.

Бер аҙ барғас та, хәҙрәт һадиға туҡтарға ҡушты. Ул туҡтаны, хәҙрәт үҙе лә бер аҙ уйланды ла, тамағын ҡырып, Һадиҙың иң элек әйткән һүҙенән эләктереп, һөйләп китте. Дәрес тыңлаусы шәкерттәр бөтәһе лә шаҡ ҡатып, хәҙрәттең ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәрҙең береһен дә ҡалдырмай, тындарға керештеләр.

Хәҙрәт асылғандан-асылды, ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Ҙурыраҡ хәлфә­ ләрҙән дә һәм уның алдындағы дәрес алып ултырыусыларҙан да һүҙғә ҡатнашыусылар сыҡты.

Беҙ, ваҡ шәкерттәр, хәҙрәт тиклем хәҙрәт алдында һүҙ һөйләргә батырсылыҡ иткән хәлфәләргә һәм уның алдындағы теге шәкерттәргә хайран ҡалып, шаҡ ҡатып ултыра инек. Бигерәк тә Күгәрсен Сәлим тигән, былай ҡарап тороуға бәләкәйерәк булған, шәкерттең ҡыйыулы­ ғына һәм һүҙгә бирешмәүенә һоҡлана инек.

Мәҙрәсә эсендә хәҙрәт һәм үҙ-ара һүҙ көрәштергән шәкерттәрҙең тауыштарынан башҡа бер тауыш та юҡ ине. Беҙ, ултырған урындары­ быҙҙан да ҡуҙғалырға ҡурҡып, һуң дәрәжәлә тыныслыҡ һаҡлай һәм уларҙың бәхәсләшеүҙәрен тыңлай инек.

II Хәҙрәттең дәресе шулай иң ҡыҙыу еренә еткән саҡта ғына, мәҙрә­ сәнең ишеге асылып, әллә кемдәр бик ҡаты тауышланып, эскә инә башланылар, ғәҙәттә бындай бер-береһенә бәйләнешһеҙ һүҙҙәр һәм ашығып ҡысҡырып һөйләүҙәр янғын ваҡытында ғына булғанға күрә, беҙ ҡурҡышып киттек: «Мәҙрәсәнең түбәһенә ут тоҡанғанмы икән әллә?» тигән уйға төштөк.

1 Ғаҡаид — иҫке мәҙрәсәләрҙә уҡыла торган китап.

2 Ғибарә — өҙөмтә.

6
Закрыть