әйҙә... — тигән һүҙҙәрҙе саҡ-саҡ әйтте лә, үҙе икенсе яҡҡа ҡарап күҙ ҙәрендәге йәшен һөрттө. Ғәлимә апай уның был һүҙҙәрен, Фәхри бабайға ҡарай әйләнеп, йөҙөн бер ҙә йәшермәй, сабыйҙарсараҡ тыңланы. Ләкин үҙе, ниңәлер, бер һүҙ әйтмәй йылмайып, тик торҙо.
Фәхри бабайҙың һүҙҙәренән һуң атайым да, әсәйем дә һүҙ башла нылар.
Атайым: — Ғәлимә балам, ҡайтаһыңмы, бында тораһың киләме? Ана, атайың үҙе кергән бит, ул һине саҡыра, ул инде хәҙер асыуланмай... — тине.
Әсәйем: — Ниңә асыуланһын, ти, асыуланмай, атайҙарҙың асыуҙары була ла бөтә ул... Унан һуң тағы ла боронғоса булалар... — ти.
Хәмиҙә әбей: — Балам, беребеҙ ҙә асыуланмайбыҙ, әйҙә, ҡайтайыҡ, ҡайғырма инде, хәҙер һине бик яратабыҙ, әйҙә, әйҙә... — ти.
Ошондай һүҙҙәрҙән һуң Ғәлимә апай, үҙендә бер ҙә ихтыяр юҡ кеүек, ҡапыл ғына урынынан тора башланы һәм бик еңел рәүештә: — Әйҙә, улай булғас, ҡайтам... Миңә асыуланмайһығыҙ бит, ә? Унан мине алып китмәҫтәр бит?.. — тип, һорау күҙе менән ҡараны, һуңынан шунда уҡ үҙгәреп, ҡайтанан урынына ултырҙы ла: — Юҡ та, ҡайтмайым, унда мине алып китерҙәр... Атайым туҡ мар... Эй Алла, йөҙөм ҡарайҙы шул!.. (Әсәйемә ҡарап) бөтөрмө икән, ә? Көҙгөгә лә ҡарағаным юҡ бит әле... Ҡайҙа, көҙгө бирегеҙ әле... һабын да юҡ, исмаһам... һабынды Нәғимә алып киткән шул (күрше ҡыҙын әйтә), уларҙың йөҙҙәре аҡ бит... (Тағы ла һорау күҙе менән ҡарап) әллә ҡайтайыммы икән? Асыуланмаҫтармы икән һуң? — тине.
Уның ошондай икеләнгән һәм һүҙҙәренең буталсыҡ, бер-береһенә бәйләнешһеҙ булғанын күргәндән һуң, Фәхри бабай бигерәк тә уңай һыҙланып китте. Хәмиҙә әбей артыҡ йомшаҡлыҡ менән: — Юҡ, балам, бер кем дә алып китмәҫ, йөҙөң ҡара түгел, ап-аҡ... — ти.
Әсәйем уға өҫтәп: — һабын да бар, бөтәһе лә бар, һинең дә йөҙөң аҡ, — тине.
Фәхри бабай Ғәлимә апайҙың эргәһенә үк килеп: — Ҡайт, балам, беҙ һиңә асыуланмайбыҙ, бынан һуң бер ҙә асыуланмабыҙ, мин һиңә еҫле һабындар алып ҡайтырмын, — тине.
Атайым тик тора ине. Тағы һүҙ бөттө.
Ғәлимә апай уйланып торғандан һуң, күңеленә ҙур шатлыҡ килгән төҫтәрәк: — Ҡайтайым әле... Әсәй, минең сиккән яулыҡтарым бармы әле? Шулар бик кәрәк ине, — тип әсәһенә ҡараны.
— Бар, балам, бар, һәммәһе лә һандығында торалар. Таҫтамалың, шаршауың — барыһы ла шунда, әйҙә ҡайтайыҡ, балам, — тине.
50