Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 48.

уның был һүҙҙәре кешене көлдөрөрлөк булмаһа ла, үҙе шуға балаларса итеп көлә, ләкин уның был шатланыуы һәм көлөүҙәре боронғо ваҡыт­ тағы келәүҙәренә оҡшамай ине. Шуның өсөн булһа кәрәк, әсәйем дә, атайым да уның был еңеләйеүенә, һау кешеләрсәрәк ултырыуына шат­ ланмайҙар, бәлки шикләнеп, ҡурҡынып ҡарай башланылар. Ысынлап та, уның ҡыланыштары боронғо кеүек тәбиғи түгел, келәүе, шатла­ ныуы ла урынһыҙ күренә ине. Шуның менән бергә, бынан ике генә көн элек, йә кисәге кеүек, артыҡ ятһынып, оялып тормай. Ул үҙен бик иркен, хатта кәрәгенән артыҡ иркен тота башланы. Ул кисә көндөҙ­ гөгә оҡшамай, ул, төн булһа, һаташа, һаташҡанда ла, күберәк үҙен бик рәхәттә йөрөгән, матур нәмәләр күргән кеше һымаҡ һүҙҙәр әйтә, ҡыҫҡаһы, уның уяу ваҡыты ла, йоҡо ваҡыты ла һау кешеләрсә түгел, бәлки аҡылға тамансараҡ кешеләрсә була башланы. Уның был рәүешле үҙгәреүе, эштең насарға табан барыуы атайҙарҙы тағы ла тәрән уйға ҡалдырҙы. Атайым бер нисә тапҡыр Фәхри бабайҙарға инеп сыҡты. Унда һүҙ нисек барғандыр, уныһын белмәйем. Ләкин Фәхри бабай менән Хәмиҙә әбейҙең икәүләп беҙгә инеүҙәренән, хәҙер Фәхри бабайҙың да асыуы ҡурҡыуға алмашыныуын, был эш тураһында икенсе төрлө уйға төшөүен аңланым. Бөгөн Фәхри бабай асыулы түгел, бәлки бик баҫынҡы, йыуаш булып инде. Ғәлимә апай, уны күреү менән, шәлен бөркәнеп, ситкә ҡарап ултырһа ла, элекке кеүек ҡурҡ­ май, артыҡ оялмай ҙа, хатта һирәкләп ҡарап ҡуя, тик өндәшмәй генә ине. Бының киреһенсә, хәҙер Фәхри бабай нимәнәндер, үҙе ояла төш­ кән һымаҡ, уңайһыҙлыҡ күрһәтеп, әйтергә һүҙ тапмай, Ғәлимә апайға ҡарап торҙо ла тәрән һуланы, һуңынан унан күҙен алып: — Хоҙа тәҡдирелер, үҙебеҙгә алып инәйек, Ҡөрьән сығарып өш­ көртөргә кәрәк, — тине.

Уның шул һүҙҙәренән һуң Хәмиҙә әбей артыҡ йомшап, күҙҙәренән йәштәре ағып төштө, һәм Ғәлимә апайҙың эргәһенә үк барып: — Балам, үҙебеҙгә ҡайт, беҙ атайың менән һине алырға индек, әйҙә, балам, әйҙә, — тип арҡаһынан һыйпаны.

Уның был һүҙҙәренә ҡаршы Ғәлимә апай күҙҙәрен тултырып ҡараны ла, бер аҙ һүҙһеҙ торғандан һуң: — Әллә, ҡайтмайым, атайым асыулана, ул бит мине туҡмар, мине ҡыуыр... Ул бит мине балам түгел... ти. Юҡ, ҡайтмайым... — тине.

Хәмиҙә әбей тағы ла арҡаһынан һөйөп, бик йомшаҡлыҡ менән: — Балам, ана, атайың үҙе керҙе, ул үҙе һине саҡыра. Әйҙә, балаҡа­ йым, үҙебеҙҙә һәйбәт булыр, — ти һәм Ғәлимә апайҙы йәш балаларҙы иркәләгән һымаҡ иркәләй.

Фәхри бабай, Ғәлимә апайҙың һүҙҙәрен ишеткәс, артыҡ йомшап китте, ул һүҙҙәрен дә әйтә алмай торған кеүек ҡыҫылды, тик бик көсәнеп кенә: — Балам, үҙем әйтәм, ҡайт, балам... һин бит минең балам, хәҙер мин һиңә асыуланмайым, яңылыш ҡына асыуланғанмын, әйҙә, балам, 49
Закрыть