Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 47.

ҡуҙғатыуы билдәле ине. Шул һүҙҙәрҙән һуң бигерәк тә борсолоу һиҙҙерҙе, көндәгегә ҡарағанда ла артыҡ кәйефһеҙлек күрһәтте. Үткән көн һәм бөгөн үҙе тураһында һүҙ бармағанда, һирәкләп булһа ла һөй­ ләшә, асылып китмәһә лә, бик үк ҡыйынлыҡ күрһәтмәй, тик йоҡо ваҡытында ғына тынысһыҙлана, һаташа ине. Бөгөн уяу ваҡытында ла борсолған кеүек була башланы. Ул тик торғанда һиҫкәнеп китә, уфлай, бер нәмәгә күҙе төшһә, тиҙ генә күҙен алмай, бик оҙаҡ ҡарап тора, шулай итеп, бөтә хәрәкәтендә ғәйре тәбиғилек1 күрһәтә ине. Ғәлимә апай бөгөн киске ашты ла рәтләп ашаманы, сәйҙе лә бер генә шәшке, әсәйем көсләгәнгә, мәжбүри рәүештәрәк эскән кеүек кенә эсте. Уның ошолай насарға табан үҙгәргәнен күргән атайым менән әсәйем дә күңелһеҙлектәрен арттырҙылар, хатта үҙ-ара ғына һөйлә­ шеп, иртәгә Фәхри бабай менәм Хәмиҙә әбейҙе саҡырып кәңәш итергә һәм Ҡөрьән сығартып өшкөртөргә, булмай икән, ҡайҙалыр бер ишанға алып барып ҡаратырға, нисек тә был эштең сараһын күреүҙе ашыҡтырырға ҡарар бирҙеләр.

Төнө Ғәлимә апайҙың йоҡо тынысһыҙлығы үткән төнгә ҡарағанда ла артыҡ булды. Ул мин күргәндә генә бер нисә тапҡыр һаташып, әллә ниндәй бер-береһенә бәйләнешһеҙ һүҙҙәр әйтеп, бер нисә тапҡыр тороп ултырҙы. Юғалтҡан бер нәмәне эҙләгән кеүек булып, тирә-яҡ- тарын ҡармап, нәмәлер эҙләргә кереште. Был төндә уның ҡурҡынып: — Тағы киләләр инде!..

— Улар бик-бик күптәр!..

— Хәҙрәт бабай килә, мин ҡасам!.. — тип, әйткән һүҙҙәре менән, ҡапыл ғына шатланған һымаҡ, бик өҙөлөп: — Килә, килә, күрмәһәләр ярар ине...

— Эй, йәнем, килдеңме ни, ә? Нисек килдең? Күрерҙәр бит!

— Туй итербеҙ әле!..

— Туй инде, был туй... Ана бит ҡоҙалар килгәндәр... Үҙе ҡасан килер икән?..

— Ҡасма, ҡасма, бер нәмә лә булмаҫ... — тигән йөмләләре хәте­ ремдә ҡалған. Ул күп ваҡытта йә бик ҡурҡҡан, йә бер аҙ шатланған кеүек һүҙҙәр әйтә һәм уның ҡурҡыуы ла, шатлығы ла бик тиҙ алма­ шына, шул алмашыныуҙарҙың араһында, иҫкә килгән кеүегерәк уйлап, тирә-яғына ҡаранып, ауыҙ эсенән нәмәлер уҡыған кеүек уҡынып, әсәйемдең: — Ят, балам, ят, — тигән һүҙҙәренән һуң, теләр-теләмәҫ кенә ята ине.

һуңғы ике көн эсендә Ғәлимә апай уяу ваҡытында ла еңеләйеп китте. Ул башын түбән эйеп, бик ныҡ иҫәпләгән һымаҡ ултыра ла, һуңынан, шатланған һымаҡ булып, кәрәк-кәрәкмәгән һүҙҙәр әйтә, 1 Ғәйре тәбиғилек — тәбиғиһеҙлек.

48
Закрыть