Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 46.

— Ғилми әбей, һин Ғәлимәне бер аҙ өшкөрөп китер инең, — тип һүҙ башланы. Уның был һүҙенә әсәйем дә ҡушылған кеүек булды. Ләкин атайымдың йөҙөндә быларҙың бөтәһенә лә ризаһыҙлыҡ һәм асыу тыуған кеүек булды ла, үҙе бер һүҙ ҙә әйтмәй, тәрән уйға батты.

Ғилми ҡарсыҡ шул һүҙҙе генә көткән һымаҡ асылып китте: — Шулай кәрәк шул, әллә ҡасан өшкөртөргә кәрәк ине, берәй нәмәнән зәхмәт ҡағылғандыр, ҡурҡҡандыр, — тип, ауырыу эргәһенә барып, доғалар уҡырға, ауыҙын сапылдатып, Ғәлимә апайҙың өҫтөнә өрөргә керешкән генә ине. Ғәлимә апай уға ҡарап: — Кит бынан, кит, тим! Мин ауырымайым, ай, убырлы ҡарсыҡ, ниндәй йәмһеҙ, кит, кит! — тип, ике ҡулы менән эргәһенән ҡыуырға кереште. Ғилми ҡарсыҡ шуға ла ҡарамайынса, доғаһын өҙмәй алып барырға теләгәйне, Ғәлимә апайҙа артыҡ ҡаршылыҡ күргәс, артка сигенде һәм: — Доға уҡығанды ендәре яраттырмай, шуға күрә ҡаршы тора, — тигән һүҙҙәрҙе ысҡындырып ташланы. Уның был һүҙе атайыма йәшен кеүек тәьҫир итте булһа кәрәк, атайым урынынан тороп: — Һин бында нәмә һөйләп ултыраһың, убырлы ҡарсыҡ, бар, сыҡ! — тип, Ғилми ҡарсыҡты ҡыуа башланы. Сикһеҙ уңайһыҙлыҡта ҡалған Ғилми ҡарсыҡ, нәмә эшләргә белмәй, урынынан тороп, сит­ кәрәк барып ултырыу менән: — Ай-яй, былар кем булғандар! Убырлы ҡарсыҡ, имеш, үҙҙәре кем булғандар! Минең ҡыҙҙарым да, улдарым да былай хурлыҡҡа ҡалып, аҡылдан яҙып ятҡандары юҡ! — тигән һүҙҙәрҙе әйтә башлағайны, атайым урынынан тороп: — Тиҙ сығып кит бынан, күҙемә күренмә, шайтан, сихыр тубалы! — тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, ысынлап ҡыуырға кереште. Тик шунан һуң ғына ҡарсыҡ йомшап: — Хәҙер сығам, сығам... Харап булған икән! Доғанан, өшкөрөүҙән ҡасалар! — тип сыға башланы.

Атайым асыуын баҫа алмай: — Кит, күҙемә күренмә! Өшкөртһәк тә, һинең кеүек сихыр тубалы­ нан әшкәртмәбеҙ, доғаң да, им-томоң да үҙеңә булһын!.. — тип арты­ нан ҡысҡырҙы. Ғилми ҡарсыҡ: — Бик эре һөйләшмә, доғанан, диндән көлмә! Хоҙай үҙегеҙгә күр- һәтәһен күрһәтеп тора бит әле, Ғәлимәгеҙ донъяға һыймай, «мин-мин, мин кем!» тип йөрөй ине лә... — тип, сығып китте.

Атайым уның был һүҙҙәренән һуң тағы ла ҡыҙып: — Шул йәһәннәм ҡарсығын ниңә бында индереп йөрөтәһегеҙ. Улар бит нәҫел-нәсәптән сихырсылар, — тип, өйҙә ҡалғандарға ла асыуланды.

Был ауыр күренештең һәм сикһеҙ ауыр һүҙҙәрҙең иң ауыры Ғәлимә апайҙың йөрәгенә ҡаҙалыуы, уның нескә йәнен ҡайтанан урынынан 47
Закрыть