бер аҙ торҙо ла, ҡапыл ғына урынынан тороп, ишеккә ҡарай бара баш ланы. Уның урынынан ҡуҙғалыуы ла, бик тиҙлек менән сыға башлауы ла, ғәҙәттәгесә түгел, бәлки күҙгә күренерлек рәүештә ҙур үҙгәреш арҡаһында икәнлеге күренеп тора ине. Әсәйем тиҙ генә урынынан тороп, уны барып тотто һәм: — Ғәлимә, ҡайҙа бараһың? — тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ғәлимә апай әсәйемә лә, башҡаларға ла күҙҙәрен тултырып ҡарағандан һуң: — Мин китәм, китәм тигәс, китәм... — тип тартына башланы. Хәҙер уның ҡыланышынан Ғилми ҡарсыҡта, Хәмиҙә әбей ҙә үҙгәреп китте ләр һәм, һүҙҙәрен, онотоп, Ғәлимә апай тирәһенә йыйылдылар ҙа: — Балам, китмә, китергә ярамай, китеп ҡайҙа бараһың? — тип, төрлө яҡтан урап алдылар. Ләкин Ғәлимә апай быларҙың һүҙҙәрен бер ҙә ишетмәгән кеүек, ишеккә табан тартыла һәм китәм тигән һүҙҙе ҡабатлай ине.
Был эштән Хәмиҙә әбей ҙә аптырап ҡалды һәм илау ҡатыш тауыш менән: — Балам, харап булды! Балам, китмә, ултыр, бер нәмә лә булманы, әйҙә урыныңа ят, — тигән һүҙҙәр менән ҡулынан тотоп, һикегә тарта башланы. Әсәйем менән Хәмиҙә әбей икәүләп тартыуға ҡарамайынса, Ғәлимә апай һаман ишеккә ҡарай бара, сығып китергә ашыға ине. Уның был эше алдында быларҙың бөтәһе лә аптырашта ҡалдылар; Ғилми ҡарсыҡ нәмәлер уҡырға кереште, тирә-яғына төкөрөндө.
Мин тиҙ генә йүгереп сығып, атайым эргәһенә барҙым һәм: — Атай, Ғәлимә апай әллә ни эшләй, ин әле! — тип әйтеү менән, атайым йүгереп өйгә инде.
Ғәлимә апай һаман тартыша һәм: — Мин китәм!.. Мин тормайым!.. Ниңә мине ебәрмәйһегеҙ? — тигән һүҙҙәрҙе әйтә, тиҙерәк быларҙың ҡулынан ысҡынырға тырыша ине.
Атайым инеү менән: — Ғәлимә, ҡайҙа бараһың? Тышҡа сығаһың киләме? Әйҙә ултыр әле, — тигән һүҙҙәр менән, ипләп кенә ҡулынан тотто. Шунан һуң ғына Ғәлимә апай, бер аҙ баҫылған кеүек, атайыма ҡараны һәм баяғы ҡаршылыҡтарын бөтөрөп, үҙе аҙ ғына тынысланған һымаҡ булып, былар араһында буйһонғанлыҡ күрһәтте. Шунан һуң ғына ике яҡтан тотҡан ҡул аҫтында үҙенең урынына килтереп ултыртылғас, шәлен бөркәнеп, алдына ҡарап ултырҙы.
Ғәлимә апайҙың ошо ҡуҙғалышынан һуң хәҙер һәр кем тынған, бер кем дә һүҙ әйтмәй, йәки әйтә алмай тик тора, һәр кемдең күҙендә, тәрән ҡайғы менән бергә, был эш алдында аптырау ғәләмәте күренә, Ғилми ҡарсыҡтың ғына был эш өсөн тыштан ҡайғырып, эсенән шат- ланғанлығы һиҙелә ине. Бер аҙ торғас ҡына Хәмиҙә әбей үҙенең күңе ленә мөһим бер уй төшкән кеүек: 46