Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 44.

береһен дә ҡалдырмай, йөрәк ярыла торған төрлө ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерә ине. Уның һөйләгән һүҙҙәрен, миҫалға килтергән ҡур­ ҡыныс ваҡиғаларын ишеткәндә, әсәйемдең йөҙө ағарып китә, Ғәлимә апай ҡалтырана, эргәһендә генә мәскәй янып торған һәм шунан һаҡла­ нырға тейеш булған кеүек, шәленә төрөнә, мөйөшкә һыйына бара ине.

Им-том иткәнсе тыныс торһон тип, шүрлектә торған иҫке Ҡөрьәнде алып, Ғәлимә апайҙың баш осона ҡарай килтереп ҡуйҙылар. Ғәлимә апай был эштәргә ҡарышмай һәм ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй торһа ла, йөҙөндә быларҙың, бөтәһенә лә асыу билдәһе, риза түгеллек ғәләмәте күренеп тора. Ғилми ҡарсыҡҡа ҡурҡыныс бер нәмәгә ҡара­ ған кеүек ҡарай ине.

Ғилми ҡарсыҡ ауырыуҙы дарыулау, уның сырхауына шифа бирер­ лек кәңәштәр биреү кеүек иң «ашығыс саралар»ҙы бөтөргәндән һуң, шул уҡ ауырыу алдында өс көндән бирле, уның тураһында ауыл араһында йөрөгән һүҙҙәрҙе теҙә башлай. Ғәлимә апай өсөн ишетеүе бик күңелһеҙ һәм ауыр булған был һүҙҙәрҙең уның алдында ҡабатла- ныуы, йөрәгенә бик насар тәьҫир итеүе билдәле булыуға ҡарамаҫтан, һүҙҙәрҙе һуҙғандан-һуҙҙы. Әсәйем дә уға ҡушылып, ҡушылмаған урындарында бик ихлас тыңлап, был турала һүҙҙең оҙайыуына сәбәп булды.

Ғилми ҡарсыҡ, бер яҡтан, беҙҙең өй кешеләренең күңелдәрен табыу өсөн, һүҙҙәрен борғолап һөйләһә, икенсе яҡтан, был туралағы һүҙҙәрҙе тағы ла арттырып, өй эсенә күңелһеҙлек һәм ҡурҡыныс бирергә тырыша, бер ҙә кәрәкмәгәнгә Ғәлимә апай менән Закир ағай­ ҙың тотолоу рәүештәрен, кемдәр тотҡанын ҡабатлай, был туралағы һүҙҙәрҙе төрлө кешеләр ауыҙынан мең төрлө иттереп күсерә, шул һүҙ­ ҙәр арҡыры им-том итергә үҙенә юл аса ине.

Шул ваҡытта Хәмиҙә әбей инеп, был туралағы һүҙҙәрҙең артыуына сәбәпсе булды. Ул Фәхри бабай сығып киткән арала ғына ингәнен, нимә эшләргә лә белмәй аптырап йөрөгәнлеген, өс-дүрт көндән бирле өйҙәрендә йәм һәм матур тормош юғалғанын күҙ йәштәрен ағыҙып зарланырға кереште. Хәмиҙә әбейҙең ике ут эсендә, сыға алмаҫлыҡ ҡайғы уртаһында икәнен белгән Ғилми ҡарсыҡ, был эшкә тағы ла ҙур төҫ биреп, иркен рәүештә һөйләргә кереште: әле генә әсәйемә һөйлә­ гән һүҙҙәрен, Хәмиҙә әбейгә лә, башынан аҙағына тиклем ҡайтанан һөйләп сыҡты.

Быларҙың һүҙҙәрен ишетеп ултырған Ғәлимә апай, ни эшләргә белмәгән кеүек, башын бер түбән төшөрә, бер быларға ҡарап ала, бер йөҙөн һыта, бер ситкә ҡарап, күҙен бер нөктәгә тегәп, шундағы бер нәмәгә артыҡ ғәжәпләнгән һымаҡ, шаҡ ҡатып тик тора ине. Шуға ҡарамаҫтан, уның йөрәге тибеүенең самаһын белмәҫтән, былар үҙ һүҙ­ ҙәрен алып баралар, шулай итеп, Ғәлимә апай өҫтөнә ҡайғы сүптәрен өйә генә бирәләр, уны үҙе йырып сыға алмаҫлыҡ һаҙға батыралар ине. Ғәлимә апай тап үрмәксе ауына сырмалған себен һымаҡ ҡыҫылып, 45
Закрыть