баштарына килтереп һуғыуҙары — күңелдә сикһеҙ, ҙур өмөтһөҙлөк тыуҙырҙы. Тирә-яғымдағы шәкерттәрҙең бөтәһе лә алдарындағы китап тарҙы асып һаман шулай яза, ҡиәмәт аҙабы кеүек ҡурҡыныс нәмәләрҙе уҡыйҙар. Минең ҡулымдағы китапта ла шундай нәмәләр яҙылғандар, ахун хәҙрәт шуларҙың бөтәһен дә белә, шуларҙы уҡыта, шуның өсөн ул үҙе лә миңә ҡурҡыныс кеше, донъя-ахирәт аҙап өйрәтеп, шуның менән ҡыҙыҡ табып тороусы уҫал кеше кеүек булып күренә башланы. Элек мин был һүҙҙәрҙе ишетеп торһам да, китапта шулай яҙылғандыр, улар ҙың береһе лә эшләнмәй торғандыр тип йөрөй инем. Өсөнсө көн Ғәлимә апайҙың шул китапта өйрәткәнсә хөкөм ителгәнен, уның мәх шәр кеүек халыҡ алдында йөҙөнә ҡаралар яғып, урам буйынса мәсхәрә иттерелеп йөрөтөүҙәрен, уның бөтә халыҡ, хатта ата-әсәһе тарафынан да «ҡара йөҙ», «оятһыҙ», «бөтә ауылдың бәрәкәтен ҡасырыусы» тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, хәҙерге көндә әҙәм күҙенә күренерлектән үтеп, беҙҙең өйҙә һаташып ятыуҙарын күргәс, ул китаптарҙа яҙылған нәмәләрҙең ысынлап та була икәнен уйлап, ни эшләргә белмәй башланым, кеше ләрҙең бөтә эштәре ҡыл өҫтөндә генә торған кеүек була башланы. Мин шуларҙы уйлап, бөгөн уҡый ҙа алманым. Өйгә ҡайтып барғанда ла: «Ярты кәүҙәләренә тиклем ергә күмелеп, тирә-яҡтан таштар менән бәрелеп үлтерелгән һаҡаллы ирҙәр, сәстәре туҙып, биттәренән ҡандар ағып, баштары ергә бөгөлөп төшкән ҡатындар... Яланғас тәндәренә йөҙәр ҡамсы һуғылып, арҡалары күгәреп, ҡандар сәсрәп сыҡҡан егеттәр менән ҡыҙҙар... Өҫтөнә алама кейем кейгән, ҡулы терһәгенән ҡырҡы лып, ҡандар ағып торған әллә кемдәр... Ҡарағусҡыл төтөндәр сығарып, гөжләп яна торған тамуҡтар һәм уның эсендә яланғас көйөнсә янып торған сикһеҙ күп ирҙәр, ҡатындар... Унда күҙҙәрен аҡайтып, ҡулда рына суҡмар тотоп йөрөгән зобаныйҙар... Иң һуңынан өсөнсө көн урамда бер-береһенә бәйләнеп, йөҙҙәренә ҡара яғылып йөрөтөлгән Ғәлимә апай менән Закир ағай...» берәм-берәм күҙ алдымдан үтә баш ланылар. Шундай йәмһеҙ һәм күңелгә бик ауыр тәьҫир итә торған нәмәләрҙе уйлап, өйгә ҡайтып киттем.
X Мин өйгә ҡайтып ингәндә, беҙҙең өйҙә түбән остоң Ғилми ҡарсыҡ менән әсәйем Ғәлимә апайҙың эргәһендә ултыралар, Ғәлимә апай, бо ронғоса шәлен бөркәнеп, бер һүҙ ҙә өндәшмәй ҡарап тик ултыра ине.
Минән элек былар нәмә һөйләшкәндәрҙер — белмәйем, тик мин ҡайтҡанда, һүҙ һаман Ғәлимә апай тураһында бара, уның ауырыуын бө төрөү — имләү тураһында Ғилми ҡарсыҡ төрлө әмәлдәр өйрәтә ине. Шулай итмәгәндә, ауырыуҙың көсәйеүен, уның кешелектән сығыуын, береһенән-береһе ҡурҡыныс һүҙҙәр менән ҡурҡытып, Ғәлимә апайҙың да, әсәйемдең дә йөрәген ала, аҡылдан яҙыу, енләнеүҙәрҙең 44