Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 42.

тапмай һәм һүҙ йөрөтөү, әләкләүҙе һис бер яратмағанлығымдан, улар өҫтөнән барып Күгәрсен Сәлимгә улар тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәй инем.

Бөгөн ахун хәҙрәт иртәнге дәрескә бик һуң килде. Ул ингәндән һуң шәкерттәр бигерәк тын ҡалдылар. Ахун хәҙрәтте элек көн дә бер нисә тапҡыр күрергә тура килгән булһа, мин уны ошо ике көн эсендә беренсе тапҡыр күрә инем. Был күреүемдә ул миңә йәмһеҙ, ҡурҡыныс һәм кешеләрҙең йөҙҙәренә ҡара яға торған уҫал бер кеше булып күренде. Мин күңелемдән уны уҫал бер кеше тип уйларға ҡурҡһам да, уның Ғәлимә апай менән Закир ағайҙың биттәренә ҡара яҡтырып, урам буйлатып, бөтә халыҡ тарафынан мәсхәрә иттереп йөрөтөүен шә­ риғәт ҡушыуы буйынса эшләнгән эш тип уйлаһам да, күңелемдең әллә ҡайһы бер мөйөшө уны яратмай башланы. Был йәмһеҙ эштәрҙең булыуына тик ул ғына сәбәп булған кеүек булып күренде. Элек ҡайһы бер кешеләрҙең: «Беҙҙең хәҙрәт бик мәкерле, хәйләкәр, бармағы үҙенә ҡарай кәкре кеше, уның менән эшең төшмәһен», — тип зарланған һүҙ­ ҙәрен ишеткәндә мин ул кешеләрҙең үҙҙәрен яратмай торғайным. Был көндән башлап, ысынлап та, ул миңә лә бик уҫал кеше кеүек булып күренде. Шуның өҫтөнә, уның шәкерттәргә уҡытҡан һабаҡтары, бир­ гән дәрестәре лә һаман башҡаларға ауырлыҡ бирер һәм юҡ ҡына эш өсөн дә йөҙҙәренә ҡара яғыр өсөн уҡыла торған нәмәләр булып күренә башланы.

Бына был көндә ҙур шәкерттәр, уның алдына ҡаршы түңәрәкләнеп ултырып, дәрес башланғас, ҡул ҡырҡыу тураһында һүҙ башланды. «Берәй кеше икенсе бер кешенең әйберен урлаһа, гәрсә ул әйбер ун ғына дирһәмлек1 булһа ла, ул урлаусының ҡулын ҡырҡыу шәриғәт буйынса тейеш була» тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, минең күңел сымырлап, башым сатнап китте. Үткән йыл ҡаҙ урлап тотолған Сәләхи иҫкә төшөп, уны туҡмауҙары, башын ярыуҙары күҙ алдыма килде: «Нисек уның да терһәгенән ҡулын ҡырҡып, тере ҡулһыҙ ҡалдырманылар икән?» тип уйлап алдым.

«Берәй ҡыҙ менән егет тотолһалар, уларҙы йөҙәр ҡамсы һуғырға, әгәр тотолған кешеләр ҡарт булһалар, билдәренә тиклем ергә күмеп, ситтән таш бәреп үлтерер...». «Урлаған кешеләрҙең аҙ ғына нәмә өсөн дә ҡулдарын ҡырҡырға». — Бына шулай һәр бер эш өсөн ҡамсы менән һуғыуҙар, таш менән бәреп үлтереүҙәр, ҡулдарын ҡырҡып ташлауҙар, быларҙан башҡа төрлө-ауырлыҡтар күрһәтеүҙәрҙе тыңлап ултырыу күңелгә әллә ниндәй ҡурҡыныс уйҙар килтерҙе. Былары әле уның донъ­ яла була торған язалар. Был язалар өҫтөнә ҡиәмәттә ваҡ ҡына эш өсөн ҡыҙыу йәһәннәм-тамуҡ уттарында яндырыуҙар, ундағы ҙур суҡмарлы зобаный фәрештәләренең күҙҙәренән ут сәсеп, гонаһлы кешеләрҙең 1 Дирһәм — көмөш аҡса.

43
Закрыть