Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 41.

булдыра алманым. Нисек тә миңә мәҙрәсәгә инергә, алдымда шундай уңайһыҙлыҡтарҙы үткәрергә тейеш эш — фарыз эш кеүек булып күренә ине. Шундай ауыр бер хәлдә, атлар-атламаҫ ҡына мәҙрәсәгә индем. Элеккәрәк минең, кәрәк башҡа берәүҙең булһын, мәҙрәсәгә инеп сығыуын берәү ҙә ҡарап тормай ине. Бөгөн мин инеү менән, бер юлы бер нисә тиҫтә күҙ миңә ҡарай боролдо.

Үҙемдең урыныма барып етмәҫ элек үк бер нисә малай минең эргәмә килеп тә еттеләр һәм: — Ғәли, кисә ниңә килмәнең, ә?

— Әллә ауырыныңмы?

— Уның апаһы тотолдо бит, шуға килмәгәндер...

— Ул нисек килһен, сығырға ояла бит... — тигән һүҙҙәрҙе яуҙыра башланылар.

Быларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаҫҡа, икенсе төрлө әйткәндә, сер бирмәҫкә тырышып, үҙемдең урыныма барып, сәкмәнемде һалып ҡуйып, һабаҡтарымды ҡулыма алып ултырҙым. Шунда уҡ китабымды асып, күҙ һалдым. Шуға ҡарамаҫтан, минең эргәмә бик күп шәкерттәр йыйылып алдылар һәм төрлөсә һорауҙар биреү өҫтөнә, йөрәккә ауыр килә торған һүҙҙәр менән минән көлә башланылар. Хәҙер мин быларға ҡаршы яуап биреп тороуҙан да, ҡаршы тороп үҙемде аҡлау юлын алып барыуҙан да ғажиз ҡалдым. Йәш бөртөктәре күҙҙәремә килеп тығы­ лып, атылып сығырға ғына торалар ине. Хәҙер миңә бынан сығып китеү ҙә, бында тороу ҙа ауырға ҡалды. Мин шулай еңелгән һәм шулай шәкерттәр тарафынан уралып алынған һайын үҙемдә күтәрә алмаҫлыҡ хурлыҡ, ауырлыҡ һиҙә башланым, күҙ алдарым ҡараңғыланған һымаҡ булып китте, ауырлыҡтың һуң сигенә еткән ваҡытта ғына теге Күгәр­ сен Сәлим тигән йәш хәлфә килеп, шәкерттәргә ҡарап: — Бында нимәгә йыйылдығыҙ? Айыу бейетеүсе юҡтыр бит! Ките­ геҙ хәҙер үк урындарығыҙға! — тип, теге шәкерттәрҙе пыр туҙҙырып, миңең эргәмдән ҡыуып ебәрҙе. Шәкерттәр, һыу һипкән кеүек булып, шым булдылар, шул минутта таралып өлгөрҙөләр.

Күгәрсен Сәлим иң шәп, иң зирәк шәкерт һәм, шуның арҡаһында, үҙенең йәшлегенә ҡарамаҫтан, хәлфә булып барғанға күрә, уға ҡаршы шәкерттәр түгел, үҙенән ҙур хәлфәләр ҙә артыҡ һүҙ әйтә алмайҙар ине. Уның мине яҡлап сығыуы минең өсөн бик ҙур еңеллек булып төштө, иркенләп тын алдым. Ул шәкерттәрҙе шулай ҡыуып ебәреү өҫтөнә миңә ҡарап: — һиңә тейәләрме? Әгәр тейһәләр, миңә генә әйт, бынан һуң улай ҡыланмаһындар, — тип, минең күңелде йыуатып китте. Шунан һуң ғына бер аҙ иркенләп ҡалдым, тирә-яғымды урап алған малайҙарҙың келәүҙәренән, мыҫҡыл итеүҙәренән ҡотолдом. Шулай ҙа, уларҙың ҡайһы берҙәре, мине аулаҡтараҡ осратып, үсекләп китәләр, ишара менән булһа ла, Ғәлимә апай ваҡиғаһын иҫемә төшөрөп, мине ғәрлән­ дермәксе булалар ине. Ләкин уларға ҡарап ҡына борсолорлоҡ эш 42
Закрыть