Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 40.

уларҙың келәүҙәренән, шуның менән Ғәлимә апайҙы мыҫҡыл итеүҙә- ренән ҡурҡа инем. Урамда артыҡ кеше күренмәгәс кенә, ҡапҡанан сығып мәҙрәсәгә ҡарай йүгерҙем. Шулай итеп, нисек тә кешеләргә осрамаҫҡа, уларға күренмәҫкә теләй инем. Мәҙрәсәгә барып етер саҡта ғына, минең бәхетһеҙлеккә ҡаршы, теге, Ғәлимә апайҙарҙы тотҡан Гәрәй менән Сәлим осранылар ҙа, миңә ҡарап: — Туҡта әле, Ғәли, туҡта! — тип, миңә туҡтарға ҡуштылар. Мин уларҙың һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышып, алға барыуымдан туҡта­ маным. Минең туҡтамауым уларҙың асыуын килтерҙе булһа кәрәк, улар минең арттан: — Ғәлимә апайың нәмә эшләй? Кейәү ҡуйынында ятамы? Ҡайҙа, бәкенде күрһәт әле! — тип ҡысҡырып ҡалдылар.

Мәҙрәсәгә барып еткәс тә, эсенә инергә ҡурҡып торҙом. Сөнки, унда инеү менән, уҡыусы малайҙарҙың минән келәүҙәре, мине мыҫ­ ҡыл итеүҙәре билдәле ине. Бында бер ишек алдында вағыраҡ итеп айырым-айырым һалынған биш мәҙрәсә булып, мин шуларҙың ишек алдының түренә һалынған береһендә тора инем. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына мәҙрәсәнең ҡапҡаһынан инеп, үҙем тора торған мәҙрәсәгә ҡарай бара башланым. Шунда уҡ миңә Ғәли хәлфә осраны, ул муйынына оҙон таҫтамал һалып, ҡулына ҡомған тотоп тәһәрәт алырға китеп бара ине. Ул элек миңә һүҙ ҙә ҡушмай, хатта мине рәтләп белмәй ҙә торған булһа ла, бөгөн мине күреү менән: — Йә, Ғәли, нихәл? Ғәлимә һинең апайыңмы? — тип һүҙ башланы.

Мин телһеҙ кеше кеүек тотлоғоп ҡалдым. «Апайым түгел» тип әйтергә телем барманы: — Апайым... — тинем.

— Шулай мужик егете менән йөрөп әрәм булалармы ни, ниндәй матур көйөнсә әрәм булды, бахыр, — тип ҡыҙғанған рәүештә, миңә уңайһыҙлыҡ килтерә торған һүҙҙәр ҙә әйтә башланы. Элек мин Ғәли хәлфәне ҙур кеше, бик шәп кеше тип йөрөй торғайным. Хәҙер уның көлгән кеүек, шундай һүҙҙәр әйткәнен ишеткәс, уңайһыҙланыу өҫтөнә, хәлфә башы менән шундай һүҙҙәр һөйләүенә аптырап киттем. Шул минуттан һуң ул минең күҙемә йәмһеҙ бер кеше булып күренә башланы. Ул минең яуап бирмәй, оялыуымдан башымды түбән эйеп, уңайһыҙланғанды күргәс кенә: — Бар, ин, шәриғәт ҡушмаған эште эшләгәс, шулай була ул. Апайыңа ла улай итергә кәрәкмәҫ ине! — тигән булды.

Минең Ғәли хәлфә алдына баҫып, уның биргән һорауҙарын тың­ лап торғанды бик күп шәкерттәр тәҙрә арҡыры ҡарап торалар ине. Мин, бер яҡтан, мәҙрәсәгә инмәҫ борон уҡ шундай хәлгә осрауымды, икенсенән, бик күп шәкерттәрҙең тәҙрәнән ҡарап тороуҙарын, улар­ ҙың мәҙрәсә эсенә ингәс тә минән төрлө нәмәләр һорауҙарын, ҡайһы берәүҙәренең келәүҙәрен күҙ алдыма килтереп, мәҙрәсәгә бөтөнләй инмәй, ҡайтып китергә лә уйланым. Ләкин, ни өсөндөр шуны 41
Закрыть