ПОВЕСТАР ҠАРА ЙӨҘҘӘР I Был эш бынан утыҙ йылдар элек ине. Беҙ, йәш шәкерттәр, йәстү намаҙынан алдараҡ сығып, мәҙрәсәгә ҡайттыҡ. Йәстүҙән һуң хәҙрәт дәрескә инәсәк булғанға күрә, беҙ тора торған мәҙрәсә йыйышты рылған. Иң түрҙәге тәҙрә эргәһендәге тәпәшәк өҫтәлгә шаҡмаҡлы ашъяулыҡ йәйелеп, өҫтәлдең уң яғына бер нисә мендәр өйөлөп ҡуйылғайны.
Беҙ ҡайтып, бер аҙ ултырғас та, Ғәли хәлфә ҡайтып, хәҙрәттең килеп етеүен белдерер өсөн, беҙгә ишара ҡылыу менән, беҙ бөтәбеҙ ҙә улты рып, тып-тын ҡалдыҡ. Беҙ, гүйә ки бик тырышып уҡыған кеүек, китап тарыбыҙға күҙҙәребеҙҙе һалып, эстән генә уҡырға керешкән булдыҡ.
Шул арала ишек асылды. Сафи хәҙрәт бик аҡрын ғына инә баш ланы. Беҙ шунда уҡ, бөтәбеҙ ҙә аяғүрә баҫып, ҡулдарыбыҙҙы күкрәк тәребеҙгә ҡуйып, баҫҡан урындарыбыҙҙа таш бағана кеүек ҡатып ҡалдыҡ, һәр беребеҙҙең, бер нәмә лә булмауға ҡарамаҫтан, йөрәктә ребеҙ дөп-дөп тибә башланы.
Хәҙрәт инеү менән дөйөм бер сәләм бирҙе. Ябай шәкерттәр бер вершукта уҙмаҫҡа тейеш булған иҙәндәге арҡыры ағастан бер аршын дай уҙып туҡтау менән, ҡуштан шәкерттәрҙең береһе, уның оҙон таяғын ҡәҙерләп ҡулынан алып китте. Икенсе береһе, уның быйма ларын һалдырып, айырым бер урынға ҡуйҙы. Ғәли хәлфә, хәҙрәттең өҫтөндәге төлкөтамаҡ тунын һалдырып, айырым бер хөрмәт менән үҙенең бүлмәһенә алып инеп китте.
Шунан һуң хәҙрәт үҙенә әҙерләнгән мендәрҙәр өҫтөнә ултырып, һис кемгә бер һүҙ әйтмәй, кеҫәһенән күҙлеген алып, шәмгә ҡаршы ҡуйып ҡарағандан һуң, ҡулъяулығы менән күҙлегенең быялаларын һөртөп кейҙе лә, тирә-яғындағы шәкерттәргә ҡарап алды; беҙ һаман бер һүҙ әйтмәй хәҙрәттең һүҙ әйткәнен көтә инек. Ул шулай, шәкерттәргә күҙ йөрөтөп алғас, мәҙрәсәнең тәртибен ҡарап алған кеүек булғас: 5