Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 39.

сығара алмай башланылар. Тик шул «Сабыр итергә кәрәк, бара торғас бөтөр әле. Ни эшләргә инде? Эй Алла!» — тигән кеүек аптыраған ваҡыттарҙа ғына әйтелә торған һүҙҙәрҙе әйтәләр ҙә, туҡтап ҡалалар ине.

Хәмиҙә әбей сығып киткәс тә, былар бик оҙаҡ һүҙһеҙ ҡалдылар. Тик бер аҙҙан һуң ғына, атайым түбән генә тауыш менән: — Былар менән ни эшләргә инде? Әйтерһең, бында беҙ ғәйепле, — тине лә, үҙе күҙҙәрен бер урынға терәп, тәрән уйға батты.

Әсәйем үҙ алдына үҙе һөйләнгән кеүек: — Үҙ ҡыҙҙарын үҙҙәре башҡа кешегә ҡарағанда ла дошман күрәләр, бер кеше лә һөттән аҡ, һыуҙан пак түгел, тик бына Ғәлимәгә генә ауыр­ лыҡ яһайҙар. Шуның арҡаһында беҙҙе лә дошман күреп бөттөләр, — ти, үҙе нәмә эшләгәнен дә белмәгән кеүек, бер ул нәмәгә, бер был нәмәгә барып тотона ине.

IX Бөгөнгө төн дә беҙҙең өйҙә үткән көндәге кеүек үк күңелһеҙ үтте. Ғәлимә апай төн буйына тыныс йоҡлай алманы.

Ул бер нисә тапҡыр һаташып, урынынан ырғып тороп ҡайҙалыр сығып китергә теләгән кеүек тартына башланы; урынына кире яткы- рылһа ла, төрлө һүҙҙәр әйтеүҙән туҡтаманы. Уның күберәк һүҙҙәре: «Эй Алла, меҫкенде үлтерәләр инде. Минең йөҙөмдә ҡара бөттөмө? Харап икән, ни эшләгән булалар. Ҡайтаммы һуң, үлһәм дә ҡайтмам!.. Атайым мине үлтерер инде. Хәҙрәт бабай килә, ҡасығыҙ, ҡас!.. Тағы ла киләләр!.. Йәнем, китмә инде, бергә китербеҙ!.. Хәҙер һыу ғына алып ҡайтайым әле... Бына бында тыныс икән... Абау, шулар ҙа йырлаған булалар бит әле... Ишекте бикләгеҙ... Инәләр бит... Мин китәм, китәм, үлһәм дә китәм!.. Шәлемде бирегеҙ әле!..» — тигән кеүек һүҙҙәр ине.

Беҙҙең өй эсе таң алдынан ғына тынысланды. Таң алдынан ғына ҡабат-ҡабат тороп йөрөүҙәр, шәм яндырыуҙар бөттө.

Бөгөн иртән торғас та, атайым миңә ҡарап: — Ғәли, мәҙрәсәгә бар инде, кисә лә, өсөнсө көн дә һабағың ҡалды бит, — тип, мәҙрәсәгә барырға ҡушты. Әсәйем дә уның һүҙенә ҡушы­ лып: — Бар, балам, ундағы нәмәләреңде туҙҙырып бөтөрмәһендәр, — тигән һүҙҙе әйтте.

Хәҙер мин ул мәҙрәсәгә барырға, унда инергә, ундағы кешеләрҙе күрергә йәнем-тәнем менән ҡаршы булыуға ҡарамайынса, атайым менән әсәйемә тағы ла күңелһеҙлек арттырмаҫ өсөн, барырға булдым. Ләкин был эш минең өсөн донъялағы бөтә эштәрҙән дә ауыр тойола ине. Шулай ҙа аҡрын ғына кейенеп, тышҡа сығып, ҡапҡа төбөнә еткәс, туҡтаным, урамға сығыу менән, мине әллә кемдәр осратып, 40
Закрыть