даһа... Зинһар, сабыр ит, һөйләшеп, төшөнөп алайыҡ, — тигән һүҙ ҙәрҙе әйтте.
Хәмиҙә әбей, ике ут уртаһында ҡалған кеүек булып, нәмә әйтергә лә белмәй аптырап ҡалғандан һуң: — Һиңә әйтәм, атаһы, үҙ балабыҙҙы һәләк итмәйек. Әй Алла, тағы ла нәмәләр күрәһем бар икән! — тип тағы ла иларға тотондо.
Әсәйем, Ғәлимә апай эргәһенә барып, үҙенсә, ләкин бик өмөтһөҙ рәүештә генә, артыҡ һыныҡ күңел, баҫынҡы тауыш менән уны йыуата торған һүҙҙәр әйтеп, өҫтөн ябып, ҡулдарын тотто.
Фәхри бабай, ошондай хәлдәргә һәм ялынып, ялбарып әйткән һүҙҙәргә, бигерәк тә Ғәлимә апайҙың шундай һушынан яҙған һымаҡ ятыуына ҡарамаҫтан, төҫөн аҙ ғына ла үҙгәреш, ҡыҙғаныу ғәләмәте сығармаҫтан, атайыма ҡарап: — һин, Бәҙри, минең эшемә ҡатышма! Ҡара йөҙҙө яҡлап йәнең сыҡмаһын, үҙ башыңа төшмәгәс, яҡшы булып киткәнһең икән?! — тип ҡысҡырғандан һуң, Хәмиҙә әбейгә әйләнеп: — Үҙ балабыҙ, имеш! Ниндәй үҙ балаң ул — йөҙөңдән көлөп, бөтә илгә мәсхәрә булған нәмә? Сыҡ, тимен, хәҙер сыҡ! Ана ҡараусылары бар бит — шулар ҡараһындар... Ул инде беҙҙең бала түгел, беҙгә бәлә генә булды... һәләк итмә, имеш!.. Сәсрәп китһен, беҙ көсләп һәләк итмәгән, үҙе тапҡан, үҙе эҙләп алған ауырыу — ниңә бөгөн ер йотмай шунда!.. — тигән һүҙҙәрҙе әйтте лә, кире боролоп сыға башланы һәм тағы ла артына әйләнеп, Ғәлимә апайҙың тап өҫтөнә ҡарап: — Эт кеүек шыңшып ятҡан була бит әле, Хоҙайҙың ҡәһәре хәҙер үк һуҡҡандыр шул! Илаһым, шул ятҡан урынында ҡат! Только минең ишек алдыма аяҡ баҫаһы, минең күҙемә күренәһе булма, һуғып үлте рермен! — тип әйтте лә, ишекте шап иттереп ябып, сығып китте. Атайым, уға ниндәйҙер һүҙ әйтмәксе булып, артынан барып ҡараһа ла, бер һүҙ ҙә әйтә алмай, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды.
Фәхри бабайҙың был ҡыланышы, әле уның эсендә Ғәлимә апайға, хатта уны үҙ ҡанаттары аҫтына алған кешеләргә ҡаршы булған сикһеҙ асыуы — үҙе сығып киткәндең һуңында күҙ алдында торғанға күрә, өйҙә ҡалғандарҙың бөтәһен дә тәрән уйға ҡалдырҙы. Бер нисә минут һис кем бер һүҙ ҙә әйтмәй тик торҙолар.
Хәмиҙә әбей ултырып торған урынынан тороп сыға башланы һәм әсәйҙәрғә ҡарап: — Бына был кеше менән ни эшләргә инде? Өйгә ҡайтып инеү ҡурҡыныс, ике көн буйына ҡоторған эт һымаҡ өҫкә ырғып, таларға тора. Тереләй ер аҫтына инерлек булдым инде... — тип, үҙенең дә ҡулында һис бер ирек юҡ икәнен белдерер рәүештә, ҡыҙғаныс күҙҙә рен ергә төшөрҙө.
Был ауыр хәлдәр әсәйемә лә, атайыма ла насар яҡтан тәьҫир иткәнгә, был эштең осона барып сығыу уларға ла бик ауыр һымаҡ тойола башлағанға, улар ҙа хәҙер һүҙ таба алмай, тапһалар ҙа, ослап 39