Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 37.

төшөп, ғәҙәттә эшләй торған эштәренә ҡул һала башланы. Хәмиҙә әбей күҙҙәрен һөртөп бер аҙ иркен тын алды.

Мин, эштең аҡрынлап яйлана барғанын күргәс, кейенеп тышҡа сығып китергә уйланым. Ләкин был тыныслыҡ һымаҡ күренгән күренеш оҙаҡҡа бара алманы. Шул ваҡыт ҡапыл ғына ишек асылып, Фәхри бабай килеп инде. Ул бик күптән бирле форсат1 көтөп тә, уға ирешә алмай йөрөгән, тик хәҙер генә ул форсатҡа ирешкән кеше кеүек атылып инде. Уның күҙҙәре өсөнсө көн, ахун хәҙрәт алдында Ғәлимә апай менән Закир ағайға хөкөм иткән ваҡытта барып ингәндәге кеүек, аҡайған, йөҙө ағарған, үҙе шул ваҡытта Ғәлимә апай өҫтөнә таяҡ менән ташланғандағы кеүек ҡалтырана ине. Боронғо ваҡытта ул беҙ­ ҙең өйгә ингәндә сәләм биреп инә, ингәндән һуң иҫәнләшә торғайны. Был юлы улай сәләм дә бирмәне, иҫәнлек-һаулыҡ та һорашып тор­ маны. Ингәс тә, Хәмиҙә әбейгә туп-тура ҡарап: — Инеп тә өлгөрҙөңмө ни әле, ҡәһәр төшкөрө нәмә?! Тиҙ сыҡ, башыңды емереп бөтөрөрмөн! Мин һиңә, уның эргәһенә инеп, уның ҡара йөҙөн күреп йөрөйһө булма, минән мәңге бәхиллек юҡ, тип әйттем бит! — тип екеренергә һәм Хәмиҙә әбейҙе, шуның менән беҙҙе һүгергә кереште, һәм үҙе бер урында баҫып тора алмай, хәҙер берәй кеше өҫтөнә ташланырға торған хәрәкәт күрһәтә башланы. Уның был йәмһеҙ ҡиәфәтен күргән һәм ошо һүҙҙәрен әйткән ваҡытта сығарған тауыштарын ишеткән һәр бер кеше ҡурҡыр, иң аҙында һуң дәрәжәлә ауыр хәлгә ҡалыр ине.

Бер минут эсендә булған был күренеш, был һүҙҙәр яңы гына ауыр тынлыҡҡа төшөп, тәрән уйҙа ултырған атай, әсәйемә, Хәмиҙә әбейгә, бигерәк тә Ғәлимә апайға һөңгө менән сәнскән йәки өҫтәренә ҙур йыртҡыс януар ташланып, шунан һаҡланыу хәстәрен күрергә мәжбүр булған бер хәләт килтерҙе.

Ғәлимә апай, уның ҡиәфәтенә аҙ гына күҙ һалған, уның әйткән һүҙҙәренең бер нисәһен генә ишеткән кеүек булды ла: — Атай, мин ғәйепле түгел!.. Юҡ, юҡ, мин ҡурҡам... Ҡайҙа бара­ йым? Мине ҡотҡарығыҙ! — тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, эргәһендә торған мендәргә ауҙы, ауҙы ла ҡулдарын һелкеп, аяҡтарын ҡуҙғатып, мәғә­ нәһе беҙгә беленмәгән рәүештәге тауыштар сығара башланы.

Атайым шунда ук урынынан тороп, ҙур ҡурҡынысҡа ҡаршы бар­ ған кеше ҡиәфәтендә Фәхри бабайҙың алдына төштө һәм, ике ҡулын йәйеп, бер яҡтан, бик ялынған, икенсе яҡтан, бер кешене ҙур дош­ мандың һөжүменән һаҡлар өсөн ике араға ингән рәүештә, түбәнерәк тауыш менән: — Ағай, ни эшләйһең һин? Баланды һәләк итәһең бит! Ай, ағай, ағай! Бер аҙ уйлап ҡара, ул тиклем ҡыланырға ҡиәмәт ҡубыу булмаған 1 Форсат — уңайлы ваҡыт, мөмкинлек.

38
Закрыть