— Фәхри ҡайнағаға ла сабыр итергә кәрәк ине инде. Ир кеше бигерәк тә түҙем булырға тейеш ине. Үткән эш өсөн башыңды ташҡа һуғып булмай, һин дә сабыр итергә әйтер инең, — ти.
Быға ҡаршы Хәмиҙә әбей: — Ул бик ғәрсел кеше бит, минең һүҙ түгел, әллә кемдең дә һүҙен тыңламаҫ, оноторға тырышып ҡараһаң да булмай шул. Бик ҙур эш бит! — тип үҙ һүҙен һөйләй.
Ғәлимә апай быларҙың һүҙҙәрен тыңлаған кеүек тә, ҡолаҡ та һал маған кеүек, тик ултыра, уфылдай, үҙе һаман ике ҡулы менән шәленең осон бөгәрләй ине. Уның был рәүешле килделе-киттеле ултырғанын күргәс, Хәмиҙә әбей тағы ла йомшай төштө. Уның йөҙөндә, күңелендә ҡыҙғаныу ғәләмәттәре сыҡты. Ул был ҙур эшкә мәғәнә бирә алмау һәм Ғәлимә апайҙы ҡыҙғанырға, бер яҡтан, урын тапмау менән бергә, ҡыҙғанған да, уның өсөн ҡайғырған да кеүек булып китте.
— Белмәйем инде, баш етмәй, баш! Уйламаған хәсрәттәргә килеп төштөк. Күрәһебеҙ барҙыр инде, — тине лә, үҙе Ғәлимә апайға яҡын уҡ килеп ултырҙы һәм арҡаһынан һөйөп: — Ни эшләнең һин, балам? Башың ауыртамы ни? Ауыртыр шул, ауыртыр. Харап булдың шул, балам... — тип, бер яҡтан ҡыҙғанған булып, икенсе яҡтан, ҡайғырып, Ғәлимә апайға яҡшылыҡ итәм тип һөйләгән был һүҙҙәре, Ғәлимә апай өсөн бик ауыр буласағын белә алмай ине.
Бара торғас, һүҙ ҙә табылмай башланы. Ғәлимә апай битенә шәлен япҡан көйгә әллә илай — әллә ни эшләй, тик шул һелкенгән кеүек була ине. Хәмиҙә әбей хәҙер бер һүҙ ҙә әйтмәй, тик илауын ғына белә, әсәйем был ике хәсрәт өҫтөнә ҡарап, һис бер һүҙһеҙ тик тора ине.
Шулай торғанда, атайым инде. Кейемдәрен һалғансы бер һүҙ әйт мәһә лә, һуңғараҡ быларҙың һүҙһеҙ тороуҙарын һәм Хәмиҙә әбейҙең илауын күргәс: — Тағы ла ниндәй хәсрәттәрҙе яңыртып ултыраһығыҙ? — Күҙе менән генә Ғәлимә апайҙы күрһәтеп: — Шуны уйлап, бер аҙ аҡылға төшә башларға кәрәк ине, Хәмиҙә еңгә, һин дә сабыр итергә кәрәк. Себергә китерлек эш түгел, әҙәм үлтергән кеше юҡ та баһа! Үҙебеҙҙе лә, башҡа кешене лә бөтөрөргә ярамай. Әле мин Сәлим менән һөйлә шеп торҙом: «Юҡҡа ғына харап иттеләр, йәш саҡта ундай эштәр булмаймы ни ул?» — ти. Шулай итеп, нахаҡ бәлә икәнен бөтәһе лә белерҙәр әле. Ләкин иң элек шуға үҙебеҙ төшөнөргә кәрәк, — тип һүҙ башланы.
Бынан һуң Ғәлимә апайға ауырлыҡ килтерерлек, уның йөрәгенә ҡаҙалырлыҡ һүҙҙәр әйтелмәһә лә, гелән үҙе тураһында ғына һүҙ барғанлыҡтан, уның өсөн был һүҙҙәрҙең дә ауыр буласағы билдәле ине. Шулай ҙа беҙҙең өй эсе бынан ун-ун биш минут элек үткәргән ауыр күренештән әрселә төштө. Күңелдәр аҙ ғына булһа ла урында рына ултырып, йөрәк тибеүҙәре һирәгәйҙе. Хатта әсәйем тәбиғи хәленә 37