Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 35.

Был хәлде күреп торған әсәй, ике ут араһында ҡалған кеше кеүек, башта ҡайһы яҡтан һүҙ башларға белмәй аптырап ҡалды, тик эштең был тиклем йәмһеҙләнеүен күргәс кенә: — Эй, Хәмиҙә килендәш, һин сабыр ит, Ғәлимәгә бер һүҙ ҙә әйтмә, ул гонаһһыҙ, уны әрәм иттеләр, һиңә уны аңларға кәрәк ине. Ул бахырҙы етерлек рәнйеттеләр инде... — тигән һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғәлимә апай эргәһенә барып, башын тотто һәм уға: — Ятып тор, Ғәлимә, тирең ҡатмаһын, тағы ла башың ауыртыр, — тип, йыуатырға кереште. Ғәлимә апай бер аҙға тиклем бер нәмә лә белмәгән хисһеҙ кеше кеүек торҙо ла, һуңыраҡ тирә-яғында торған беҙгә күҙҙәрен тултырып ҡараны һәм бер һүҙ ҙә әйтмәй алдына ҡарап, шәленең бер яҡ осон алып, ике ҡулы менән шуны бөгәрләргә кереште.

Хәмиҙә әбей ҙә үҙгәрҙе. Ҡыҙының артыҡ борсолғанын һиҙҙе булһа кәрәк, һүҙен йомшарта төштө һәм тауышын үҙгәртеп: — Белмәнем шул, мин белмәнем! Атаһы ике көндән бирле ҡолаҡ итемде ашап бара: «һин ни ҡарап торҙоң?! Ниңә ҡолаҡ булма­ ның?» — ти. Әйтмәгән һүҙҙәрҙе ҡалдырманы. Үҙ башына төшмәгән кеше белмәй шул, бигерәк тә ауыр эш бит. Ул кисәге урам хурлығына кем сыҙар?.. — тип күңелһеҙ һүҙҙәрҙе тағы ла теҙеп китте. Уның был һүҙҙәрҙе, әлбиттә, Ғәлимә апайҙың яраһына тоҙ өҫтәү, уның күҙ алдына үткән һәм алдағы йәмһеҙ күренештәрҙе килтереп, уны тағы ла борсорға сәбәп була икәнен ул уйлап та тормай ине.

Әсәйем тағы ла һалҡын ҡан менән, Хәмиҙә әбейгә лә, Ғәлимә апайға ла еңеллек килтерә торған һүҙҙәр табырға тырышып һүҙ баш­ ланы: — Донъя булғас, әллә ниҙәр булыр, нахаҡ яла ябыу бер бөгөн генә түгел, элек тә була килгән: Йосоп пәйғәмбәр шуның өсөн ун ике йыл зинданда яткан, ти. Зөләйхәнең күҙҙәре һуҡырайған, ти... Алла үҙенең бәлә-ҡазаһын, ҡайғы-хәсрәтен үҙенең һөйгән ҡолдарына ебәрермен тигән, ти... — Әсәйем был һүҙҙәрҙе бик ихлас менән, күҙҙәренән йәш­ тәр ағып сығырлыҡ рәүештә һөйләй ине.

Хәмиҙә әбей һаман әсәйҙең нәмә әйтергә, был һүҙҙәре менән нәмә аңлатырға теләгәнен төшөнмәй, ул һаман үҙ юлы менән бара: — Пәйғәмбәрҙәргә ярай ҙа бит ул, беҙгә килешмәй, беҙҙе тиҙ күрә­ ләр: беҙ хәҙер ни йөҙ менән әҙәм күҙенә күренербеҙ? Кисә төндә ниҙәр булды бит, атаһы ғәрләнеүенән үкереп иланы: «Бынан һуң ул нәмәңде күҙемә күрһәтәһе, үҙең уның эргәһенә инеп йөрөйһө булма! Минән шәфҡәт юҡ!» — тип киҫәтеп ҡуйҙы. Әле ул йоҡоға киткәс кенә, йөрә­ гемә сыҙай алмай индем, нисә әйтһәң дә бала бит, йөрәк түҙмәй, сыҙап булмай... — ти.

Әсәй ҙә үҙ юлы менән бара, нисек кенә булһа ла, Ғәлимә апайҙың ваҡиғаһын бәләкәсерәк итеп, ике өй эсенә тулған ҡайғыларҙың ауыр тәьҫирен аҙайтып, таратырға тырыша: 36
Закрыть