Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 34.

шул!» — тине, башҡа һүҙ әйтмәне. Ул әсәйемә лә шулай һораған һүҙҙә­ ренә генә яуап бирә, артыҡ бер һүҙ әйтмәй ине. Шулай ҙа мин уның һөйләшә башлауын, кисәге кеүек битен шәле менән ҡаплап ултырма- уын күргәс, шатлана төштөм. Бынан һуң уны борсоусы кеше булмаһа, Ғәлимә апайҙың күңеле күтәрелә төшөп, халыҡ тарафынан күргән сикһеҙ ҙур хурлығы онотола башлар кеүек күренә ине.

Әсәй сәй әҙерләп бөткәс, Ғәлимә апай, уранып ҡына сәй эргәһенә килеп ултырҙы һәм, бер аҙ ҡоймаҡ ашау менән бергә, әсәйем ҡайна­ тып биргән ҡарағат һыуын эсте. Шунан һуң уның йөҙө ҡыҙыллана төшөп, бит һәм маңлайында ваҡ ҡына ысыҡ кеүек матур тир бөрсөк­ тәре күренде. Ул эсеп бөткәс тә, әсәй уға уранып торорға, һалҡын тейҙермәҫкә, шулай итеп тирләргә ҡушып, үҙе урын әҙерләп бирҙе. Ғәлимә апай ҙа, төнгә һәм иртәнгегә ҡарағанда кәйефлерәк булып ятырға әҙерләнгәндә генә, Хәмиҙә әбей килеп инде. Ишек асылып, Хәмиҙә әбейҙең инеүен күреү менән, Ғәлимә апай, йәшен атҡан ваҡыттағы кеүек, һиҫкәнеп китте. Бер бик ҡурҡыныс йәки артыҡ ҡыҙғаныс нәмәне күрмәҫ өсөн күҙен йомған кеше кеүек, күҙҙәрен йомоп, шәле менән битен ҡапланы.

Хәмиҙә әбей ингәс тә әсәйемә лә һүҙ ҡушмай, Ғәлимә апайҙың өҫтөнә бик оҙаҡ туп-тура ҡарап торҙо. Уның был ҡарауынан асыула­ нырға теләүен дә, хайран булып, һүҙ таба алмай тороуын да, өсөнсө көн­ дән бирле эсенә йыйылған ҡайғыһын ни рәүешле, ҡайҙан башлап әйтергә белмәүендәлер тип, төрлөсә аңларға була ине. Ул әсәйҙең бик түбәнлек менән уның күңелен икенсе яҡҡа борорлоҡ рәүештә әйткән: — Әйҙә, Хәмиҙә килендәш, юғары уҙ, — тигән һүҙенә лә ҡолаҡ һалманы, йәки уны ишетмәне, уның күҙҙәре туп-тура Ғәлимә апайҙың өҫтөнә ташланғандар, уны йоторға торған кеүек торалар ине. Ул шулай бер аҙ ҡарап торғас, рәнйегән, шуның менән бергә бик әсенгән тауыш менән: — Эй, балам, балам! һиңә ни булды? Беҙҙе лә хурлыҡҡа төшөрҙөң, үҙең дә хур булдың, бөтә бәхетеңде юғалттың! — тип, теҙеп алып китте. Ғәлимә апайҙың өсөнсө көндән бирле йәрәхәтләнгән, әле аҙ ғына ла уңала башламаған йөрәгенә сәнсә һәм уны тағы ла нығыраҡ ауырттыра торған был һүҙҙәрҙе теҙеү өҫтөнә, үҙе үкһеп иларға кереште. Шулай итеп йөрәгенең тынысланыуы, ҡайғыһының аҙыраҡ онотолоуы көтөлә торған Ғәлимә апайҙың йөрәген элеккегә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡуҙға­ тырға һәм ауырыраҡ тәьҫир итергә сәбәп була торған эште эшләп ташланы.

Ғәлимә апай әсәһенең был ауыр һүҙҙәрен һәм күҙ-йәш түгеп илауын тыңлап ултырған кеүек булды ла, йөҙөн асып, әсәһенең йөҙөнә ҡарап ҡалтырарға кереште, һуңынан бөтә көсөн йыйған кеүек булып: — Мин гонаһлы түгел! Әсәй, мине үлтермәгеҙ, мин үләм, уф, Алла! — тип иларға ла, иламаҫҡа ла белмәй, артыҡ һүҙ ҙә әйтә алмай туҡтаны, ирендәре күгәреп, күҙҙәре башҡасаланып китте.

35
Закрыть