ҡарағандан һуң, үҙенең беҙҙә булғанына ышанмаған кеүек булып ҡалды ла, ҡалтырап китте. Әсәйем ҡабаттан: — Балам, тынысһыҙ йоҡланың, ахыры? Уҡынып ят, бер нәмә лә булмаҫ, ҡурҡма, һин беҙҙә бит, — тип, теге һаташыуҙарҙың төш икәнен генә белдереп, Ғәлимә апайҙың иҫенә төшөрмәксе булды. Шулай бер аҙ торғас ҡына, Ғәлимә апай баяғы һаташыуҙарҙың төш икәнен белгән, хәҙер үҙенең ҡурҡынысһыҙ ерҙә икәнен аңлаған кеүек булып, иркен рәүештә тын алды ла, әсәйемә йылмайып ҡарап ҡуйҙы һәм: — Ҡурҡтым шул, мин һаташтыммы ни? — тигән һүҙҙәрҙе генә әйтеп, тик кенә ҡарап ята башланы.
Әсәйем шул тороуынан кире ятманы, ул тәҙрәгә ҡарап: — Таң да атып килә ахыры, мин ятмайым, балам, һин ят, йоҡла, — тип, миңә ятырға ҡушты. Мин шунан һуң ғына ятып йоҡлап киткән мен...
VIII Иртәгеһен мин өй эсендәге бөтә кешеләрҙән дә һуңғараҡ ҡалып торҙом. Мин торғанда атайым өйҙә юҡ, әллә ҡайҙа сығып киткән, әсәйем мейес тирәһендә ҡоймаҡ бешереп йөрөй ине. Тороуым менән күҙем Ғәлимә апайға төштө. Ул урынынан тороп ултырған булһа ла, ауырыу кешеләр кеүек күңелһеҙ, үҙе башын бәйләгән, уның өҫтөнә шәл бөркәнеп ултырғайны. Ул миңә күҙҙәрен тултырып ҡараны. Уның әле кисәнән бирле миңә тура һәм шулай матур иттереп, үҙ күреп ҡарауы беренсе тапҡыр ине. Ләкин мин уның ҡарауын күргәс тә, ниңәлер күҙемде түбән төшөрҙөм, ниңәлер уға тура ҡарарға уңайһыҙ ландым. Мин тура ҡарағас, уның күңеленә ҡыйынлыҡ яһармын төҫлө булдым. Ғәлимә апай менән боронғо кеүек һөйләшкем, уны үҙем менән һөйләштергем килһә лә, быға юл юҡ кеүек, ярамаҫ кеүек булып күренә, хәҙер һүҙ башларға килешмәҫ төҫлө була ине. Шуның өҫтөнә уның, ауырыуҙар кеүек, ыһылдап, һыҡранып ҡуйыуы, йәки бик ныҡ туҡмалып, имгәтелеп, һушһыҙ ташланып та, һуңынан яңыраҡ һушына килеп, иҫәнгерәп ултырған кеше һымаҡ ултырыуы, тирә-яғындағы бөтә нәмәләргә, шулар рәтенән башҡа кешеләргә лә һалҡын ҡарауы — уға һүҙ әйтергә унайһыҙлыҡ бирә, һүҙ ҡушһаң да, яуап алып булмаҫ кеүек һиҙелә ине.
Әсәйем ҡоймаҡ бешереп бөтөргәс, сәй әҙерләй башланы. Үҙе Ғәлимә апайға ҡарап: — һин борсолғанһың да, шуның өҫтәүенә һалҡын да тейгәндер, бына хәҙер ҡарағат ҡағы ҡайнатып эсерермен, тирләрһең, арыу булыр, башың ауыртыуы бөтөр, — тип һандыҡтан ҡаҡ ала башланы. Шул уңай менән мин уның эргәһенә барып: «Ғәлимә апай, башың ауыр тамы ни?» — тип һораным. Ул аҡрын ғына бер тауыш менән: «Ауырта 34