Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 32.

Ғәлимә апайҙың да илауы баҫыла төштө, әсәйем был юлы үҙенең һалҡын ҡанлылығын һаҡлап: — Эттәрҙең өрөүҙәре бөтөр, ил ауыҙын тығып булмаҫ, — тигән кеүек һүҙҙәр менән барыбыҙҙы йыуатты һәм миңә ятырға ҡушты, шунан өйҙә тауыш-тын бөтөп, тағы ла тын ҡалдыҡ.

Мин бер аҙҙан һуң күҙемде йомоп йоҡоға китә башлаһам да, бер тәүлектән артыҡ бығаса башҡа ла килмәгән эштәрҙе күреп үткәреү күңелдең тыныслығын алғандыр, күрәһең, йоҡларға тип күҙ йомоу менән төрлө йәмһеҙ күренештәр берәм-берәм күҙ алдынан үтә башла­ нылар. Уяулы-йоҡоло шундай нәмәләрҙе күҙ алдымдан үткәреп, бик оҙаҡ яткас ҡына йоҡлап киткәнмен. Төшкә лә төрлө сыуалсыҡ нәмә­ ләр инеп бөттө... Атайым менән әсәйем һәм Ғәлимә апай ҡайҙалыр китеп барабыҙ, имеш тә, ҡапыл ғына мин яңғыҙ тороп ҡалам, мине бер йәмһеҙ ҡарт ҡыуа башлай, минең аяҡтарым атлай алмағанға күрә, теге йәмһеҙ ҡарттан ҡаса алмайым, ул мине килеп тотам тигәндә, ҡарт бер бәләкәй малайға әйләнә, мин уның менән көрмәкләшә башлайым; ул бәләкәй булһа ла, мине еңеп, ергә һала, мин тағы ла торам, ул арала булмай, беҙҙең урам буйлап Ғәлимә апайҙы ҡыуып киләләр, ул ҡыс- ҡыра-ҡысҡыра беҙгә ҡарай килә. Беҙгә килеп етер саҡта ул Ғәлимә апай булмай, әллә ниндәй бер йәмһеҙ әбейгә әйләнә. Мин унан ҡасам, ул тағы ла мине ҡыуа, алыҫтан әсәйем ҡарап торһа ла, ул мине яҡлау — теге йәмһеҙ әбей ҡулынан ҡотҡарып алыу урынына, үҙе минән көлә... Мин шул ҡурҡыныстар эсендә уянып киттем. Мин уянғанда, әсәйем тағы ла урынынан тороп, Ғәлимә апай эргәһендә ултыра. Ғәлим апай әллә нәмәләр һөйләп һаташа ине. Мин уның нәмәләр эшләгәнен күрер өсөн, урынымдан тороп, улар эргәһенә бар­ ҙым. Был ваҡытта атайым кәштәнән нәмәлер эҙләнә ине; бара торғас, ҡулына әфтиәк алып, Ғәлимә апайҙың баш осона килтереп ҡуйҙы. Үҙе аҡрын ғына уҡына, тирә-яғына төкөрә, башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй. Был ваҡытта Ғәлимә апайҙың күҙҙәре йомоҡ булып, йоҡлаған һымаҡ булһа ла, үҙе бер-береһенә һис бәйләнеше булмаған һүҙҙәр һөйләй, ҡапыл ғына тертләп, һиҫкәнеп китә: «Кит-кит! Кәрәкмәй, мин бармай ҡалам... Бына һин ағай, нәмә әйтәләр бит?.. Атайым асыуланды бит, юҡ, мин үлһәм дә өйгә инмә­ йем... Эй Алла... Мин ни эшләнем?.. Минең биттәрем ағармаҫ инде. Закирҙы үлтерәләр бит!.. Шәлемде асмағыҙ әле... Тағы ла киләләр, ҡайҙа ҡасайым икән инде?! Ишекте ваталар бит... һәй, шул йырҙарҙы ла йыр тип йырлайҙар... Мин барыбер үләм... Ана үлтерергә килә­ ләр!» — тип өҙөк-өҙөк һаташа. Әсәйем: «Ғәлимә балам, һаташаһың, тороп ултыр. Уҡынып ят, балам. Кисәнән бирле булған эштәрҙән ҡурҡып ҡалған шул меҫкен», — тип уны уятырға, иҫенә килтерергә тырыша ине.

Ғәлимә апай: «Ана үлтерергә киләләр!» — тигән һүҙҙе әйткәс, күҙ­ ҙәрен асып ебәрҙе һәм беҙҙең бөтәбеҙгә лә күҙҙәрен тултырып 33
Закрыть