Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 31.

Ҡ ырҙа йөрөгән туры атымды танып алам төҫөнән, Ғәлимәнең ике күҙе ил ай-илай шешенгән.

Фәхри бабай һалған келәт, аҙбарҙарына терәп, Келәт артына Ғәлимә үҙе сыҡҡандыр теләп.

Ғәлимәнең шәлендә бармы икән һуң аҡ ере, Ғәлимә янына ҡ уна барған түбән остоң Закиры.

Дегәнәктәр үҫкән тиҙәр Ғәлимәнең юлына, Ғәлимәне бәйләгәндәр Закирҙың уң ҡулына...

Ғәлимә, битең ник яптың? Ниңә ҡаралар яҡтың?

Йөҙөң ҡара булмаҫ ине — Закир менән ник яттың?

Ғәлимә еләк йыйған саҡта сулпылары шалтырай, Егет менән йөрөткәндә ҡурҡыуынан ҡалтырай.

Фәхри ҡарттың сапҡан ере осраны дауылға, Матур тигән Ғәлимә ҡыҙ дан сығарҙы ауылға.

Беҙҙең ауыл ҙур ауыл, булып тора ел-дауыл.

Төндә егет янында ятһаң — ана шулай була ул.

Күлдәктәрем юллы-юллы, ник ташлайым юллы тип, Хәмиҙә әбей илай икән, ҡыҙым харап булды, тип.

Фәхри ҡарттың аттарын туғарыусы беҙ түгел, Был йырҙарҙы йырлаһаҡ та, сығарыусы беҙ түгел.

Быларҙың төн уртаһында, Ғәлимә апайҙы, шуның менән беҙҙе һәм Фәхри бабайҙарҙы мыҫҡыл итер өсөн йырлаған йырҙары, беҙҙең өйҙө тирә-яҡтан һөңгөләр менән сәнсеп, йөрәктәргә беҙ менән ҡаҙағандан кәм итмәне. Былар бер нисә йырҙы йырлағас та, Ғәлимә апай үкһеп иларға кереште. Атайым менән әсәйем башта быларға илтифат итмәй ятһалар ҙа, бара торғас, бигерәк тә Ғәлимә апай илай башлағас, урын­ дарынан торҙолар. Атайым тиҙ генә ҡыҙып асыулана торған кеше түгел ине. Был юлы ул да ҡыҙып китте: — Мин быларҙың был эштәренә сыҙап торор хәлем юҡ!.. Сығам да, берәйһен балта менән сабып үлтерәм! — тип кейемдәрен эҙләй баш­ ланы. Әсәйем хәҙер көндөҙгө кеүек түгел, бәлки артыҡ йыуашлан­ ғайны. Ул, бер яҡтан, Ғәлимә апайҙы йыуата, икенсе яҡтан, атайымдың асыуын баҫырға тырыша, уға ҡарап: — Зинһар, тим, сыға күрмә, үҙеңде һуғып үлтереп ташлайҙар... Эттәр өрөр-өрөрҙәр ҙә китерҙәр, сабыр ит... — тип ялына ине. Был эшкә мин дә урынымда ғына ятып сыҙай алманым. Элек атайым эргәһенә барып: «Атайым, зинһар, сыҡма инде, йырлап бөттөләр инде... китерҙәр әле», — тигән булдым, һуңынан Ғәлимә апай эргәһенә барып, уның ҡулын тоттом: «Илама, апай, юҡҡа борсолма, улар киттеләр инде», тинем.

Бер аҙҙан һуң урамдағы егеттәр киттеләр, уларҙың тауыштары беҙгә ишетелмәй башланы. Атайым да баҫыла төштө һәм һикелә ултырып: — Үҙҙәренең йөҙҙәре ҡара булһын! Ярай әле киттеләр, юғиһә үҙем үлһәм дә бер-икеһен сәнселдереп үлер инем! — тип һөйләнә ине.

32
Закрыть