Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 30.

Ғәлимә апай, кис булғанса урынынан ҡуҙғалып та ҡараманы. Уның шул тиклем оҙаҡ бер урында ултырыуы, шунан бер генә һүҙ ҙә һөйләшмәүе бик ныҡ ҡайғырғанын, ярты көн эсендә башынан үткән эштәренең нескә йөрәгенә артыҡ ныҡ тәьҫир иткәнен күрһәтә ине. Ул киске аш ваҡытында ла, сәй эргәһендә ултырған кеүек, ситһенеп, ҡырын ҡарап, оялып ҡына ултырҙы. Беҙҙең бөтә өй эсе киске күңел­ һеҙлек менән бергә Ғәлимә апайҙың хәсрәте ҡатыш ауыр бер тын­ лыҡҡа баткайны. Әсәйем менән атайым ошо тәрән тынлыҡҡа ҡаршы тороп, өйгә бер аҙ гына булһа ла күңеллелек индереү иҫәбе менән, төрлө һүҙҙәр башлап ҡараһалар ҙа, уның ҡалын диуарҙарын емерерлек дәрәжәгә килтерә алманылар. Аптырағандан һөйләнгән һүҙҙәр Ғәлимә апайға ла, үҙҙәренә лә тәьҫир ҡалдыра алманы.

Атайым менән әсәйем бөгөн Хәмиҙә әбейҙең инеүен көткән­ дәр ине, ул да инмәне. Күрәһең, Фәхри бабай: «Уларға аяҡ баҫаһы булма!» — тигәндер. Шулай итеп, ошо ваҡиға арҡаһында, үҙ ғүмерендә бер-береһенә ҡырын күҙҙәрен һалмаған, тәмлерәк аштарынан да бер-береһен ҡалдырмаған ике туған һәм уларҙың ғаиләләре бөгөн бер-береһен күрмәнеләр. Көнөнә бер нисә тапҡырҙар асылып ябыла торған ике урталағы бәләкәс кенә ҡапҡа бөгөн кистән ябылған көйөнсә тик торҙо. Был эш атай-әсәйҙең ҡайғыһын тағы ла арттыра торғандыр тип уйланым.

Атайым күп ваҡытта, мин өйҙә саҡта, кистәрен берәй китап уҡырға ҡуша ине, үҙе тик ултырып ҡына тыңлай, әсәй иһә эш ара­ һында булһа ла беҙгә ҡарап тора, ҡыҙыҡ ерҙәрендә көлә торғайны. Бөгөн ул эш тә булманы. Артыҡ күңел мәшғүл итерлек эш булмағас, оҙаҡ та ултырмай бөтәбеҙ ҙә йоҡларға яттыҡ.

Мин, үҙемдең йоҡо килеүгә ҡарамаҫтан, төрлө күренештәрҙе күҙ ал­ дыма килтереп уйлау арҡаһында, йоҡлай алманым. Атайым менән әсә­ йем дә шулай ине. Ғәлимә апайҙың йоҡлай алыу-алмауын белмәй инем. Беҙ бөтә донъяны баҫҡан ошо йәмһеҙ ҡараңғылыҡ эсендә тәрән тын­ лыҡта ята инек, тик йөрәктәр генә тибә ине. Бына бер ваҡытта ошо тәрән тынлыҡты тыштан ишетелгән шомло йыр тауышы боҙоп ебәрҙе. Был тауыш барған һайын беҙгә яҡынайҙы, мин, башымды тун аҫтынан сығарып, уларҙың йырҙарын тыңлай башланым. Тауыш беҙҙең өй ту­ раһында. Урам уртаһында бер нисә тиҫтәләп кешеләр туҡтап торалар ине. Мин, быларҙы күреү менән, ҡурҡыуымдан ҡалтырап киттем. Бер нисә минут эсендә башымдан әллә ниндәй йәмһеҙ уйҙар үтте. Улар беҙгә, бигерәк тә Ғәлимә апайға, тағы ла берәй уҫаллыҡ уйлап килгән­ дәрҙер, тип ҡурҡтым. Аҙ ғына ла үтмәне, уларҙың араһынан бер нисә кеше бер юлы бер көйгә һалып йырлап ебәрҙеләр. Улар бығаса мин дә, башҡалар ҙа ишетмәгән ошо йырҙарҙы йырлайҙар ине: Ғәлимәнең ҡалпағында бөрсөк-бөрсөк һары бар, Ғәлимәгә беҙ кәрәкмәй, — уның һөйгән йәре бар...

31
Закрыть