Әсәйем бер нисә тапҡыр әйткәс кенә, ул сәй эргәһенә күсеп ултырҙы. Унда ла яңы төшкән килен, ҡайныларынан оялып, нисек ашъяулыҡҡа ҡабырғаһын ҡуйып, бер яҡ ситкә ҡырын ҡарап ултырһа, шулай уҡ ултырҙы. Ашъяулыҡ өҫтөндә нимә бар, нимә юҡ икәненә лә күҙ һалманы.
Әсәй уны йыуатыу, уның ҡайғы менән пәрҙәләнгән күңелен асыу өсөн, төрлө һүҙҙәр һөйләй, ҡайғырмаҫҡа өндәй ине. Ләкин апай был һүҙҙәргә ҡаршы ләм-мим бер һүҙ әйтмәй, тик көрһөнөп ҡуя, үҙе шәл енең бер мөйөшөн һис туҡтауһыҙ төрә лә, уны кире һүтә, тағы төрә, тағы һүтә ине. Ул сәйҙе лә бик көттөрөп кенә эсте лә, ике шәшке эсеү менән ҡапланы. Алдындағы икмәкте лә, тәмләп ҡарар өсөн генә ҡапҡан кеүек, ситтән генә һындырып алып, аҙ ғына ашаны. Әсәйҙең хәҙер генә уны йыуатыр өсөн һөйләгән әллә ни тиклем һүҙҙәре лә, был сәй ҙә уның ҡайғылы йөҙөн, моң һәм хурлыҡ менән ҡапланған күңе лен аса алманылар. Ул үҙе лә хәҙер битен, күҙен донъяға түгел, хатта беҙгә лә күрһәтергә уңайһыҙлана ине. Мин унын күҙен күрәһем килеүгә ҡарамаҫтан, күрә алманым. Ул сәй эсеп бөтөү менән, тағы ла мейес алдына табан, бая ингәс ултырған урынына барып ултырҙы ла, тағы уйға батты.
Мин: «Их, уның күңелендәге бөтә ҡайғыларын алып ташлап, уның кисәге шат ваҡытын ҡайтараһы ине!..» — тигән уйҙа ҡалдым.
Шул ваҡытта әсәй ишек алдына сығып китте. Өйҙә минән башҡа бер кеше лә ҡалмағас, ул шәлен алып рәтләне лә, икегә бөкләп кире ябынды. Шул ваҡытта ул миңә лә ҡарап алды. Был ваҡытта мин уның йөҙөн дә, күҙҙәрен дә бик асыҡ күреп ҡалдым. Уның йөҙө кисәге Ғәлимә апайҙың йөҙөнә ҡарағанда үҙгәргән, күҙҙәре эскәрәк батыу менән бергә, күҙ ҡабаҡтары шешенеп ҡыҙара төшкәндәр, оҙон кер пектәре, ысыҡ төшкән үлән кеүек, түбән төшөп торалар ине. Шулай үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, ул миңә боронғо ваҡыттан да матур һәм һөй көмлө күренде. Мин уның миңә берәй һүҙ әйтеүен көтә инем. Шул өмөт менән уның эргәһенәрәк тә барҙым, шул тирәнән нәмә эҙләнгән кеше булдым. Ләкин ул миңә бер һүҙ ҙә әйтмәне, тағы бер тапҡыр күҙ ҙәрен тултырып ҡараны ла, тағы шәлен бөркәнде...
VII Бөгөн мин мәҙрәсәгә бөтөнләй барманым. Мәҙрәсә хәҙер миңә бөтә ҡурҡыныс һәм йәмһеҙ урындарға ҡарағанда ла ҡурҡынысыраҡ, йәмһеҙерәк булып күҙ алдыма килә ине.
Кискә ҡаршы әсәй: «Ниңә, балам, мәҙрәсәгә бармайһың?» — тип һорағайны, уға: «Барғым килмәй, бөгөн өйҙә торам», — тип кенә яуап бирҙем. Әсәйем бер һүҙ ҙә әйтмәне. Был һүҙгә атай ҡатнашманы ла, шулай итеп, бөгөн өйҙә торорға булдым.
30