Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 28.

— Илама, Ғәлимә, хәҙер һин үҙебеҙҙең өйҙә бит, — тине лә һүҙен әйтеп бөтөрә алманы... Уның артынан атайым һүҙ өҫтәп: — Балам, борсолма, һин беҙҙең дә балабыҙ кеүек бит, — тине лә, күңеле йомшап китеп, иларға яҡынлашҡан кеүек: — Шулай, балам, хәҙер өйөндәге кеүек бул; мин малдарҙы ҡарап инәйем, һеҙ сәйгә ултыра тороғоҙ, мин тиҙҙән инермен, — тип сығып китте. Ул, бер яҡтан, был ауыр хәлде күрмәҫкә теләгәнгә, икенсе яҡтан, Ғәлимә апайҙың оял ыуын бөтөрөп, уның иркенләп ҡалыуына һәм, бит- башын йыуып, уңайһыҙлыҡтан сығырға юл эҙләү уйы менән сығып киткәнлеге күренеп тора ине.

Атайым сығып киткәс тә, әсәйем ҡомғанға йылы һыу һалып, һабын менән тасты мейес араһына ҡуйҙы һәм Ғәлимә апайға ҡарап: — Әйҙә, Ғәлимә туғаным, йыуынып ал, мин самауыр ҡуяйым, борсолма, һинең борсолоуың беҙгә лә бик ауыр булыр... — тип, апай­ ҙың башындағы шәлен үҙе ала башланы. Ғәлимә апай, башта бер аҙ ҡарышҡан кеүек булһа ла, бара торғас, әсәйемдең ихтыярына бирел­ гән кеүек булды.

Ғәлимә апай минең бында тороуымдан уңайһыҙланмаһын өсөн, мин дә өйҙән сығып, атайым эргәһенә барҙым. Ул минән: — Йә, Ғәлимә апайың нимә эшләй? — тип һораны. Мин атайыма: — Хәҙер йыуынып ҡалды, — тинем. Башҡа һүҙ һөйләшмәнек.

VI Мин ингәндә, Ғәлимә апай йыуынып, башына шәлен бөркәнеп, сит кеше төҫлөрәк булып, ситкә ҡарап ултыра, әсәйем сәй урыны әҙер­ ләй, үҙе һаман да өҙөлөп-өҙөлөп: — Үҙҙәренең йөҙҙәре ҡара булһын!.. Шулай бинахаҡ рәнйеткән өсөн, үҙҙәре бер көн хур булһындар!.. — тип һөйләнә ине.

Ғәлимә апай, мин ингәс, сит кеше ингән кеүек һиҫкәнеп ҡалды һәм шәленең бер яҡ ситен асып, тиҙ генә миңә ҡарап алды ла кире япты. Был саҡта мин уның тулы йөҙөн күрә лә алмай ҡалдым.

— Минән дә уңайһыҙлана! Әйтерһең дә, мин уны ғәйепләйем? — тип, әсемдән генә ҡайғырып ҡуйҙым.

Сәй әҙерләнеп бөттө.

Элегерәк булһа, Ғәлимә апай башлап, үҙе сәй эргәһенә килеп ултырыр, үҙебеҙҙе саҡырыр ине. Ә хәҙер, сәй әҙерләнеп бөтһә лә, ул сәйгә әйләнеп тә ҡарамай, бөтөнләй икенсе яҡҡа ҡарап уйла­ нып, эсендәге сикһеҙ ҡайғыһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, аптырап ултыра. Ул бит кисәнән бирле тамағына берәй нәмә түгел, бер йотом һыу ҙа ҡапмаған, шуға ҡарамаҫтан, уның ҡулы ашамлыҡтарҙың береһенә лә һуҙылмай, был сәй, был нәмәләр уға ағыу кеүек булып күренәләр...

29
Закрыть