Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 27.

— Артыҡ үткер, артыҡ булдыҡлы инде, һис уны-быны ҡарап тор­ май, Фәхри ағайҙың ярты эшен ул алып бара бит, ул шулай артыҡ үткер булғанға күрә, уны күрә алмаусылар «ҡыҙ-тәкә» тип әйтеүселәр ҙә бар инде. Бына уның шулай булдыҡлы икәнен күргәс ни әйтәһең, башҡалар уны аңламайҙар, — тине.

— Шулай кәрәк ул... Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ебеп төшкәндәр бит, нисек инде шулар кеүек булмағаны өсөн ғәйепләйһең, — ти Ғимай ағай.

Бөгөн шулай күңелле үтте. Бесәндәр йыйылып бөтөп, кәбән ҡойолдо. Атайым кәбән өҫтөнә ҡарап: — Бигерәк шәп булды. Ул ямғыр күрмәне, бесәндән хушбуй еҫе генә сығып тора, иҫән-һау торһон инде, — тип һоҡланып ҡуйҙы.

Беҙ ҡайтырға ат еккәндә, Ғәлимә апайҙар киләләр ине. Ғәлимә апай алыҫтан кәбәнгә ҡарап: — Кәбәнегеҙ Шәйхи суфый сәлләһе кеүек бер яҡҡа ҡыйыш булып тора, шуны ла бына тигән иттереп һала белмәгәнһегеҙ! — ти, үҙе көлә ине. Атайым ысынлап та шикләнгән кеүек: — Ғәлимә, ысынлап әйтәһеңме? — тип һорап та ҡуйҙы. Башҡалар: — Юҡ, ул уйнап әйтә, үҙе кәбән һалған булһа, Садри ҡарт кеүек бөкрәйеп бөткән бер кәбән эшләп сығарыр ине әле, — тинеләр. Шунан һүҙ китте. Был һүҙҙәр ауылға ҡайтып ингәнсе етте. Шулай итеп, оҙон көндөң эш менән үткәне лә һиҙелмәй ҡалды. Беҙ өйгә ҡайтып ингәндә, ҡояш байып бара ине инде. Ғәлимә апай ул ваҡытта һаман шат ине, хәл дә йыйманы, ҡайтып һыйырҙарын һауып, беҙгә ашҡа килде.

Ураҡ ваҡытында беҙҙең менән ураҡҡа барғанда ла, ул үҙенең уңғанлығы, шаянлығы менән бөтә ауырлыҡта онотолоуына сәбәп була, үҙе лә шатлана, көлә, бирелеп эшләй, башҡаларға ла тәьҫир итә торғайны. Ул йәй ҙә шат, көҙ ҙә шат, кисә генә лә шат ине әле.

Бөгөн шул шатлыҡтарҙың бөтәһе лә бөткән, бөтәһенең өҫтөнә ҡара шаршау ябылған, Ғәлимә апай шуның аҫтында үҙе лә бөтөнләйгә юғалған кеүек булып күренде.

Ул элек, беҙгә ингәндә, әйтеүҙе лә көтмәй, сәй эргәһенә килеп ултыра, үҙе сәй яһап ебәрә, аш булғанда ла шулай, үҙҙәренең өйҙәренә ҡарағанда ла, беҙҙә иркен хәрәкәт итә торғайны.

Бөгөн ул беҙҙең өйгә лә, төрмәгә ингән кеүек, ауырһынып инде. Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр осрашҡан кешеләр уртаһында ултырған кеүек, башын да ҡалҡытмай ултырҙы, шулай аҙ ғына ултырғас та, һел­ кенә башланы, бер аҙ һелкенгәндән һуң үкһеп илап ебәрҙе.

Уның был илауын күргәс, атайым менән әсәйем бер-береһенә ҡарашып, аптырашып ҡалдылар.

Ғәлимә апай, доға ҡылғандағы кеүек, ике ҡулын ҡатар теркәп, башын шунда һалып илай, йөҙөн асмай, бер һүҙ ҙә әйтмәй ине.

Әсәйем уның эргәһенә барҙы, арҡаһынан һөйөп: 28
Закрыть