Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 26.

матурлыҡ өҫтөнә матурлыҡ бирә, сабынлыҡҡа барып етеүҙәр һиҙел­ мәй ҙә ҡала ине...

Уның үткән йылғы бесән йыйып, кәбән ҡойған ваҡыттағы шат йөрөүҙәре әле лә күҙ алдымда тора: ул, сабынлыҡҡа барып етеү менән, бөтә кешенән элек беләген һыҙғанып, ҡулына тырмаһын алып, үҙенә тейгән ерҙән покосты йыйырға кереште. Башҡаларыбыҙ уның рәтенән теҙелеп, тырмалар менән хуш еҫ сығарып торған ямғыр күрмәгән ҡалын покосты алға тәгәрәтә башланыҡ. Ғәлимә апай бесәнде үҙе бейеклеге булғансы тәгәрәткәс, атайымдың: «Ғәлимә ҡыҙым, бик алыҫ китмә, башҡаларға ауыр булыр, унда еткерә алмаҫтар, күтәремдәр тигеҙ булһындар, юғиһә, күбә һалырға уңайһыҙ булыр», — тип әйткә­ нен ишеткәс кенә туҡтаны. Шунда ла ул тик ҡалманы, ирҙәргә ҡарап: — Көсөгөҙ етмәһә, үҙем һалырмын, күтәремдәрҙе, яҫтыҡ кеүек, бәләкәй генә итмәйҙәр уны! — тип көлдөрҙө. Ул, кеше ике рәт алып барғансы, өс рәт алып бара, үҙенең шул шатлығынанмы, йә булмаһа үҙенең янып торған күңеленең ялҡынынанмы, рәхәтләнеп көлә, баш­ ҡаларҙың да күңелле булыуына сәбәп була ине.

Хәл йыйырға туҡтап, ирҙәр күләгә аҫтында боҙло айран эскәндә, Ғәлимә апай үҙенең ике иптәш ҡыҙы менән ҡыуаҡлыҡ араһына китте. Мин аттарҙы эсерер өсөн шул яҡҡа барғанда, ул бик матур көй менән йырлай ине, мин уның йырлағанын тыңлап торҙом һәм шундай шат кешенең моңланып йырлауына аптыраным.

Төш ваҡытында бесән йыйылып бөттө. Сәй эсергә туҡтаныҡ. Унда ла ултырып хәл дә йыймай, бөтә эште үҙе башҡарып, беҙгә сәй эсергән кеүек, беҙҙең төркөмдән айырымыраҡ ағас күләгәһендә ултырған үҙенең иптәш ҡыҙҙарына ла сәй эсерҙе.

Кәбән ҡойғанда, ул күбә ебәреп торҙо, мин ат башында инем. Ул, бер яҡтан, күбә ебәрә, икенсе яҡтан, минең менән дә уйнап һөйләшә, йырлап та ҡуя, бөтә эштең күңелле барыуына сәбәп була ине. Күбә­ ләрҙе ташып бөткәс, кәбән тирәһенә йыйылдыҡ, шунда Ғәлимә апай атайҙың ҡулындағы оҙон кәбән һәнәген алып ҙур итеп күтәрҙе. Ҡарап торған кешеләрҙең: — Юҡ, булдыра алмаҫһың! Ҡулыңды ауырттырып ҡуйма, белмәгән эшкә тотонма! — тип әйтеүҙәренә ҡарамайынса, түшәк ҙурлығындағы бесәнде, һә тигәнсе күтәреп, юғары ырғытты. Ул бер нисә тапҡыр шулай күтәреп юғары ырғытҡандан һуң ғына, атай уның ҡулынан һәнәкте алып: — Етәр, Ғәлимә, имгәнеп ҡуйырһың, рәхмәт көсөңә, — тигәс кенә туҡтаны.

Бынан һуң ул ҡыҙҙар менән, бындағы ваҡ-төйәк эш бөткәнсе тип, еләк йыйырға киттеләр. Ул киткәс, Ғимай ағай: — Был Ғәлимә бына тигән егеттәрҙән ҡалышмай, ҡыҙ булып ҡына әрәм булған... — тип һүҙ башланы. Уға ҡаршы атайым: 27
Закрыть