Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 25.

Был ваҡытта атай ҙа беҙҙең эргәгә килеп етте. Ул күптән Ғәлимә апайҙың китергә тырышҡанын күреп, һүҙҙәребеҙҙе ишетеп торған, күрәһең, килеү менән: — Әйҙә, ҡыҙым Ғәлимә, китмә! Китеп ҡайҙа бараһың? Беҙ нахаҡ икәнен беләбеҙ, һиндә ғәйеп юҡ, һин гонаһлы түгел... — тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, арҡаһынан ҡаҡты һәм, мин тотҡан ҡулын алып, ишеккә етәк­ ләй башланы. Шунан һуң ғына Ғәлимә апай, аҡрын ғына атлап, өйгә инде. Ләкин ул был инеүендә, көсләп кейәүгә биргәс, илатып кейәү йортона, уҫал ҡәйнә өйөнә ихтыярһыҙ барып ингән килен йәки ғүмер­ лек төрмәгә ябылған кеше һымаҡ тартынып, һуң дәрәжәлә уңайһыҙ­ ланып инде. Уны'әсәйем үҙе һикегә ултыртты. Ул һаман да ҡором менән буялған ҡара йөҙөн шәле менән ҡаплаған көйөнсә тора, битен һис беребеҙгә күрһәтмәй, үҙе ҡалтырай ине.

Уның шул тиклем оял ыуын, хатга беҙҙең өйгә лә иң ҡурҡыныс, иң ышанысһыҙ бер урынға ингән кеүек ауырһынып инеүен һәм әле лә ҡурҡынып, ҡалтыранып ултырыуын күргәс, ул беҙҙең бөтәбеҙгә лә бик ҡыҙғаныс булып күренде.

Ғәлимә апай кисә генә ниндәй шат ине! Кисә төштән һуң мин мәҙ­ рәсәнән аҙыҡ алырға тип ҡайтҡан ваҡытта, ул беҙҙең өйгә ингәндә, беҙ сәйгә ултырырға тора инек. Шунда ул беҙгә инеү менән төрлө һүҙҙәр табып, беҙҙең бөтәбеҙҙе лә көлдөрҙө. Әсәйемдең эштән буша­ мағанын күреү менән, үҙе сәй яһарға тотондо. Үҙе лә сәй эсеп алды. Сәй араһында бөтәбеҙҙе йәнләндерҙе, бөтә өй эсен матурландырып, нурландырып ебәрҙе. Бер кисә генә түгел, элек тә ул беҙҙең өйгә инеү менән, өй эсенә матурлыҡ тула, беҙҙә күңеллелек арта, бер һүҙһеҙ генә ултырған атайым менән әсәйем, ул инеү менән һүҙгә керешәләр, шулай итеп, уның инеүе беҙҙең өйҙә йәнлелек артыуына сәбәп була торғайны.

Үткән йәй бесән өҫтөндәге, ураҡ ваҡыттарындағы уның шатлыҡ­ тарын әйтеп бөтөрөрлөк түгел ине. Ул, бер яҡтан, Фәхри бабайҙарҙың үҙ ҡыҙҙары булып, шуның өсөн яратһалар, минең атай-әсәй ҙә уны үҙ ҡыҙҙары кеүек күрәләр, мин уны бер туған апайым кеүек кенә түгел, бәлки унан да артыҡ күрә инем. Ул ошо ике ай, икенсе төрлө әйткәндә, ошо ике ғаилә араһында иркә лә, уларҙың ҡыҙҙары ла, матурлыҡ биргән сәскә лә ине. Ул шулай һәр ике йорттоң кешеләре тарафынан яҡын күренеп һөйөлгәнгә күрә, үҙҙәрендә нисек булһа, беҙҙә лә шулай иркен ҡылана, беҙҙе лә үҙенең ғаилә ағзаһы кеүек күрә, теләгән сағында беҙгә лә эшкә килеп, бесән йыйырға, ураҡ урырға барыша торғайны. Ул бесән йыйырға барғанда, үҙенең матурлап эш­ ләткән йыйнаҡ тырмаһын алып килеп, арбаға һала, унан һуң ҡырҙа кәрәк буласаҡ нәмәләрҙе һалыша, икмәк, айрандарҙы үҙе рәтләп ҡуя, сәй кәрәктәрен, әсәй менән бергәләшеп, бына тигән иттереп рәтләй ине. Аттарҙы егеп, иртәнге матурлыҡ эсендә урамдарҙан киң туғай­ ҙарға ҡарай сығып киткәндә, Ғәлимә апайҙың беҙҙең арбала булыуы 26
Закрыть