Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 24.

өсөн барыбер икән төҫлө килеүе — ул тыныслыҡ урынына икенсе бер төрлө уңайһыҙлыҡ тыуҙырҙы.

Әсәйемдең йөҙө ағарыуы һәм артыҡ борсолоуы бөтмәгән кеүек күренһә лә, ул үҙен ныҡ тота; бүреләр тырнағынан һарыҡ бәрәсен ҡотҡарып алған кеше һымаҡ, үҙендә ғәйрәт һәм еңелмәүселек һиҙә. «Нахаҡ хур иткәндәре өсөн, үҙҙәренең йөҙҙәре ҡара булһын!..» — тигән һүҙҙе ҡабатлай ине.

Улар шулай ишек алдына инделәр. Ишек алдына ингәс тә, Ғәлимә апай әсәйемдең ҡулынан тартылып, аҙбарға ҡарай китергә теләй баш­ ланы. Әсәйем уның китергә тартылыуын күргәс, бик йомшаҡлыҡ менән: — Әйҙә, балам, әйҙә... Үҙебеҙгә ин, бына хәҙер сәй эсербеҙ, бөтәһе бөтөр, үҙҙәре лә нахаҡ яла яғыу язаһын күрмәй ҡалмаҫтар әле, — тип йыуатырға кереште.

Ғәлимә апай шәле менән ныҡлап ҡапланған битен һаман асмай, һаман китергә тырыша, һаман йолҡона, үҙе биҙгәк тоткан кеше кеүек ҡалтырана.

Әсәйем тағы ла йомшаҡ иттереп: — Юҡҡа борсолма, балам... Барыһы ла бөтөр, сабыр итергә кәрәк, һин хәҙер тыныс бул, әйҙә, өйгә инәйек, — тине. Уға ҡаршы Ғәлимә апай: — Юҡ, мин үләм! Мин китәм... Мин һыуға төшәм!.. — тип әсәйем ҡулынан ысҡынырға тырыша башланы.

Уның шул һүҙҙәрен ишеткәс, әсәйем ағарып китте һәм һуңғы көсөн йыйып: — Шулай үләләр тиме ни? Юҡты һөйләмә, әйҙә, балам!.. — тип, өйгә ҡарай алып килә башланы.

Мин был минутта уны һуң дәрәжәлә ҡыҙғандым һәм эргәһенә барып: — Әйҙә, Ғәлимә апай, әйҙә беҙгә! — тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡал­ дым. Был ваҡытта мин уның һул ҡулынан ныҡлап тотҡайным.

Шул ваҡытта Ғәлимә апай шәлен аҙ ғына асып әсәйемә лә, миңә лә ҡарап алды. Уның был ҡарауы бик тәьҫирле булыу менән бергә, өмөт менән өмөтһөҙлөк араһында күренә, гүйә, «әле миңә донъяла торорға яраймы ни?.. Әле мине әҙәм һанына индергән кешеләр ҡалғанмы ни?..» тигән һорауҙарҙы биргән кеүек ине. Ул шул ҡарауҙан һуң әллә нәмәнән шикләнеп, һиҫкәнеп киткән рәүешле тағы ла шып туҡтаны, тағы ла китергә теләгән кеүек, артка сигенде, әсәйем тағы ла: — Ташла инде, Ғәлимә, китәм тигән уйыңды, әйҙә, инәйек, ана, ағайын да килә, тиҙерәк инәйек! — тине.

Ғәлимә апай һуңғы һүҙҙәрен әйткән рәүештә: — Юҡ, мин инмәйем, ул миңә асыуланыр, ҡурҡам... Мин оялам... булмай, инмәйем, китәм!.. — ти башланы.

25
Закрыть