өйгә инергә тейешле һымаҡ таптым да, уның артынан өйгә индем. Ул өйгә инеү менән: «Ах, меҫкен, харап булды!.. Үҙен ғүмергә бәхетһеҙ яһаны. Бынан да ауыр нимә булһын!» — тип башын тотоп ултырҙы.
Атайымдың артыҡ дәрәжәлә ҡайғырыуы мине тағы ла үҙем дә аңлап бөтөрә алмай торған сыуалсыҡ уйҙарға батырҙы. «Тормош шулай икән, ҡыҙ менән егет бер-береһе менән аулаҡта бер генә минут та күрешеп тормаҫҡа, бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә тейеш икән! Был ниңә былай һуң, был ниңә бөтә ауылды зыҡ ҡуптара?! Әйбер урлап тотолған кешеләргә лә былай ҡыҙмайҙар, уларҙы ла урам буйлап, биттәренә ҡара ҡором яғып йөрөтмәйҙәр, шундай ваҡытта ла бөтә ауыл сыҡмай торғайны бит!» — тип аптырап ҡалдым.
Ғәлимә апайҙың был хәлгә төшөүе, урамдағы йәмһеҙ күренештәр беҙҙең өйгә ҡәбер йәмһеҙлеге, ҡәбер тынлығы индерҙе. Хәҙер беҙҙең өй шат түгел, беҙҙә мәңге шулай күңелһеҙ, тын, ауыр тормош башла ныр, бынан һуң бер шатлыҡ инмәҫ кеүек булып күренде. Ҡолаҡ төбөндә теге халыҡтарҙың йәмһеҙ тауыштары яңғырап, күҙ алдында уларҙың йәмһеҙ төҫтәре баҫып тора, күңелдә шуларҙың ҡурҡыныс сифаттары йөрөгән кеүек тойола ине. Шуның өҫтөнә Ғәлимә апайҙың шул халыҡ араһындағы ауыр хәле, уның ҡоромға буялған ҡара йөҙө, шунда ялтырап күренеп ҡалған күҙе алға килеп баҫты. Ул хәҙер юғалды, беҙгә ҡайтмаҫ, ҡайтһа ла, уның, күбәләк кеүек булып, уйнап торған шат күңеле мәңгегә һүнеп ҡайтыр кеүек һиҙелә ине...
V Мин, бер өйгә инеп, бер сығып, әсәйем менән Ғәлимә апайҙың ҡайтыуын көтә башланым. Күпме ваҡыт үткәндер, ләкин уларҙы көтөү минуттары бик оҙон булып күренде. Атайым бик оҙаҡ өндәшмәй ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла аҙбарға ҡарай сығып китте.
Бик күп ваҡыт үткәндән һуң (ул ваҡытта миңә шулай тойолдо), беҙҙең урамда тауыштар ишетелә башланы. Хәҙер тауыштар һирәгәй гән, баяғы шәплектәрен юғалтҡайны. Мин тиҙ генә сығып, ҡапҡа төбөнә йүгереп барҙым, мин ҡапҡанан сыҡҡанда, әсәй Ғәлимә апайҙы етәкләп, үҙебеҙгә ҡарай ҡайтып килә, арттан эйәреп килгән һирәк кенә кешеләргә әйләнеп, әллә нәмәләр әйтә. Ғәлимә апай бер һүҙ ҙә өндәш мәй, шәле менән йөҙөн бөтөнләй ҡаплап, башын түбән эйеп, атлар- атламаҫ ҡына ҡайта, ауыр-аумаҫ килгән кеүек күренә, тик әсәйемдең ныҡлап ҡултыҡлауы арҡаһында ғына йығылмай ине. Ҡара сәүкә кеүек халыҡтың таралыуы, уларҙың асыуҙары баҫылып, үҙ йорттарына ҡай- тыуҙары, Ғәлимә апайҙың улар ҡулынан иҫән ҡалыуы — минең кү ңелгә бер аҙ тыныслыҡ бирһә лә, Ғәлимә апайҙың артыҡ хәлһеҙләнеүе, уның шулай хәҙер ҡайҙа алып барһалар ҙа, ҡайҙа алып барып ташла һалар ҙа, хатта ошо урында уҡ балта менән сапҡылаһалар ҙа, уның 24