Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 229.

Батша кейәүен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Түләкте ендәр килеп алып ҡайт­ тылар. Унда барғас, уға уйын уйнарға ҡуштылар.

Түләк, бабаһы — ен батшаһына ҡаршы ҡарап: Уң яғымдан терәргә Балҡан тауым юҡ минең, Һул яғымдан терәргә һыуһылыуым юҡ минең, — тине.

Батша ендәргә әмер ҡылып: — Барығыҙ, һыуһылыу менән Балҡан тауҙы бында алып киле­ геҙ! — тине. Ендәр барып һыуһылыуҙы алып килделәр. Икенсе рәт барып, Балҡан тауҙы таба алмағас, икенсе бер тауҙы Балҡан тауға оҡшатып, батша һәм Түләк янына алып килделәр. Заятүләк был тауҙың Балҡан тауы түгел икәнен аңлатып, ошо һүҙҙәрҙе әйтте: Тауҙы тауға оҡшатып, Тимер менән ҡоршатып, Алып килә ятырҙар, Минең тауым был түгел, Һыулап ҡ аҡ ҡ ан ҡаҙыҡтай, Һыуҙа йөҙгән балыҡтай, Кейеге күп Балҡан тау, Балҡан тауым был түгел, Балҡан тауым был түгел.

Балҡан тауҙың бейеге, Башында уйнар кейеге, Балҡан тауым был түгел, Балҡан тауым был түгел!

Ҡ ыҙ балалай һөйләшкән Төлкөһө күп Балҡан тау, Балҡан тауым был түгел, Балҡан тауым был түгел, Майлап һалған ҡайыштай Йыланы күп Балҡан тау, Балҡан тауым был түгел, Балҡан тауым был түгел, Шеш аяҡлы, шеш мөгөҙлө Боланы күп Балҡан тау Балҡан тауым был түгел, Балҡан тауым был түгел, Алпан-толпан атлаған Айыуы күп Балҡан тау, Балҡан тауым был түгел, Балҡан тауым был түгел, 230
Закрыть