Ҡалған малдары менән Балҡан тауға барып ғүмер итә башланылар. Ул ваҡыттарҙа Балҡан тауында төрлө януар, йәғни ҡыр кейектәре бар ине. Заятүләк, уйынға оҫта булғанға күрә, төрлө көйҙәр йырлай, уйнай, бындағы януарҙарҙы күреп, ошо өләңдәрҙе әйтә ине: Айры ҡ ойроҡ , йылтан күҙ Ҡ асҡары1 күп Балҡан тау, Ҡ ыҫҡ а ҡ ойроҡ , шәм ҡолаҡ Ҡ уяны күп Балҡан тау.
Майлап һалған ҡайыштай Йыланы күп Балҡан тау, Алпан-толпан атлаған Айыуы күп Балҡан тау.
Ҡ ыҙ балалай биҙәнгән Төлкөһө күп Балҡан тау, Оя яһар ере күп, Ҡ оштары күп Балҡан тау.
Бер аҙ ваҡыттар торғас, һыуҙың ҡыҙы һыуһылыу үҙенең ҡалаһын, ата-әсәһен һағына башлағас, Заятүләк уның күңелен табыр өсөн түбәндәге йырҙарҙы әйтә: Уң яғымдан терәргә Балҡан тауым бар минең, Һул яғымдан терәргә һыуһылыуым бар минең.
Бары ла Алла ҡөҙрәте.
Шөкөр кәрәк, һыуһылыу!
Шөкөр кәрәк, һыуһылыу!
Яйыҡ башы бөйөр тау, Иҙел башы Ирәмәл тау, Унан бейек Балҡан тау.
Шөкөр кәрәк, һыуһылыу!
Шөкөр кәрәк, һыуһылыу!
Тәхет, бәхет яраткан Балҡан тауым бар минең, Шөкөр кәрәк, һыуһылыу!
Шөкөр кәрәк, һыуһылыу!
Бынан һуң Заятүләк шул тирәгә мәшһүр булды. Ендәр барып бат шаға: — Был көндө кейәүең мәшһүр булған, Балҡан тауында шаһлыҡ итә, — тинеләр.
1 Ҡасҡар — бүре.
229